Кем көслө? » Журнал

Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  3. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  4. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  5. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  6. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
Баҫылды : 1-07-2018, 17:06 | Категория: Алтын бишек » Минең ғаиләм

Просмотров 20
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2018
Рубрика:Алтын бишек » Минең ғаиләм
Исеме:Кем көслө?
Автор:Тимур РӘХМӘТУЛЛИН
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА
Кем көслө?

Кем көслө?
(Хикәйә)

Һыу инеп йөрөгән Йәмил менән Камил ярға сығып ҡыҙынырға яттылар. Шул саҡ Камил, дуҫына әйләнеп:
– Һин көслөмө? – тип һорап ҡуйҙы.
– Эйе.
– Нимәне күтәрә алаһың?
– Мин, күтәреү генә түгел, күршенең ағасында ҡурҡып ултырған бесәйен алып төштөм.
– Ә ҡайҙа ул?
– Төшөп кенә бөткәйнем, ә ул, минән ҡурҡып, кире өҫкә менеп китте.
Түҙмәйенсә Камил эсен тырнап көлөргә тотондо:
– Шул да булдымы эш?
Йәмил асыуланып:
– Нимә көләһең? Ә үҙең нимә күтәрә алаһың?
– Минме? Минме? Мин һыуҙа йөҙөп барған килеш һалды күтәрҙем. Батып ҡуймаһын, тиеп.
– Һинеке һал ғына. Ә мин теге ваҡыт магазиндан ер шарын күтәреп ҡайттым.
– Ышанмайым, юҡты һөйләйһеңдер?
– Юҡ, ысын ине. Тауҙары, йылғалары, хатта диңгеҙҙәре бар.
– Ха-ха-ха! Көлдөрмәле. Ә мин үҙемдең сумкама зоопарк тейәп йөрөйөм.
– Алдама! Ул зоопарктағы бер айыу ғына ла бер ынтылғанда һине йота ала.
Шул ваҡыт малайҙар:
– Ҡотҡарығыҙ! – тигән тауыш ишеттеләр һәм шул яҡҡа йүгерҙеләр.
Малайҙар барып еткәc, яр ситендә ни эшләргә белмәй йөрөгән күрше ҡыҙҙы күрҙеләр.
– Ана, бесәйем ағас башына менеп китте, һыуға ҡолап төшә инде!
Йәмил шунда уҡ, тейендәй, ағас башына үрмәләп менде. Бесәйгә еттем тигәндә, уныһы һыуға осто. Уның артынан Камил йылғаға сумды. Малайҙар илап бөткән ҡыҙға бесәйен алып килеп бирҙеләр. Уға ҡушып Йәмил кеҫәһенән бәләкәй глобус, ә Камил йәнлек-хайуандар формаһындағы печеньеларын тотторҙо. Күрше ҡыҙының йөҙөнә нурҙар йүгерҙе. Уға ҡарап ике дуҫ та бер-береһенә йылмайып өйҙәре яғына ынтылды.
– Мин ул хайуандарҙы күтәреп кенә йөрөмәйем, хатта ашайым...

07-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Офоҡ

Офоҡ

 ...
АЛТЫН БАЛЫҠ/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

АЛТЫН БАЛЫҠ/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

Фәрүәз портфелен яурынына элде лә, ҡулына сәскәләр тотоп,...
Комментарийҙар