» » » Тейен балаһының сәйәхәте

Баҫылды : 1-07-2018, 16:58 |
Рубрика: Әкиәттәр / Бәпембә / Ҡырағай йәнлектәр
Просмотров: 93
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 07-2018
Рубрика: Әкиәттәр / Бәпембә / Ҡырағай йәнлектәр
Исеме: Тейен балаһының сәйәхәте
Автор: Эльвина ҠОЛМАНОВА
Район: Ғафури
Ауыл: Красноусол
Рәссам: Майя ҠӘЙҮМОВА

Әкиәттәр / Бәпембә / Ҡырағай йәнлектәр

Тейен балаһының сәйәхәте

Тейен балаһының сәйәхәте

Тейен балаһының сәйәхәте

Борон-борон заманда йәшәгән, ти Тейен апай. Уның бер генә бөртөк ҡыҙы булған, ти. Бер ваҡыт ҡыҙы урамға ғына сыҡҡан да юғалған да ҡуйған, ти. Тейен апай балаһын оҙаҡ эҙләгән, тик таба алмаған икән. Ә был ваҡытта ҡыҙы бүре балаһына тап булған, ти. Бүрекәй тейенде осратыуына бик шатланған.
– Һин кем? – тип һораған ул.
– Мин – Тейенкәй! – тигән тейен ҡыҙы.
– Ә мин – Бүрекәй! – тигән бүре балаһы. – Һинең дуҫтарың бармы?
– Юҡ! – тигән Тейенкәй.
– Минең дә дуҫым юҡ! Әйҙә, дуҫлашайыҡ!
– Әйҙә, мин риза!
Шунан улар көнө буйы уйнағандар, ти. Кис еткән, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәгәндәр. Тейенкәй:
– Мине өйҙә әсәйем көтәлер инде! – тигән.
– Ярай, осрашҡанға тиклем! – тип, Бүрекәй ҙә ҡайтырға булған.
Тейен балаһы өйгә ҡайтҡас, әсәһе унан:
– Ҡайҙа булдың, ҡыҙым? – тип һораған.
– Мин бүре балаһы менән дуҫлаштым. Уның менән уйнаным!
– Дуҫлашыуың бик һәйбәт! Тик улай һорашмайынса өйҙән сығып китмә! – тигән әсәһе.
Шул көндән башлап тейен балаһы һорауһыҙ бер ҡайҙа ла йөрөмәгән.

Эльвина ҠОЛМАНОВА.
Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
07-2018
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.