» » » Түңәрәккә тороусыға туп тейҙерешеү тураһында

Баҫылды : 1-07-2018, 16:42 |
Рубрика: Авторҙар / Туған тел / Минең әлифбам
Просмотров: 70
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 07-2018
Рубрика: Авторҙар / Туған тел / Минең әлифбам
Исеме: Түңәрәккә тороусыға туп тейҙерешеү тураһында
Автор: Әсхәл Әхмәт-Хужа
Район:
Ауыл:
Рәссам: Ирина Әхмәҙуллина

Авторҙар / Туған тел / Минең әлифбам

Түңәрәккә тороусыға туп тейҙерешеү тураһында

Түңәрәккә тороусыға туп тейҙерешеү тураһында

Түңәрәккә тороусыға туп тейҙерешеү тураһында

Тротуарға төшөрөлгән
Түңәрәк.
Теҙелгәндәр түңәрәкте
Тирәләп
Тәтәй төҫлө туптар тотҡан
Тәнәйҙәр –
Түңәрәккә туп ташларға
Теләйҙәр:
«Түңәрәк, түңәрәк...
Түңәрәктә Тимур торһон
Түрҙәрәк!
Теймә, тупҡай,
Теймә, ташҡа,
Теймә тимер-томорға,
Тей тиҙерәк,
Тей тиҙерәк,
Тейсе, тупҡай, Тимурға!»
Туптар теймәй,
Туптар теймәй,
Туптар теймәй Тимурға...
Тинтәк түгел Тимурыбыҙ –
Тубығына,
Теҙҙәренә,
Түбәһенә,
Түшенә,
Табанына,
Терһәгенә,
Тамағына,
Тешенә...
Туп тейҙереп торорға!
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.