» » » Питерҙар башҡортса бейей!

Баҫылды : 1-07-2018, 16:39 |
Рубрика: Хаттар / Яңылыҡтар / Фотолар
Просмотров: 55
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 07-2018
Рубрика: Хаттар / Яңылыҡтар / Фотолар
Исеме: Питерҙар башҡортса бейей!
Автор:
Район: Санкт-Петербург
Ауыл:
Рәссам:

Хаттар / Яңылыҡтар / Фотолар

Питерҙар башҡортса бейей!

Питерҙар башҡортса бейей!


“Ә хәҙер Алина Йәһүҙина “Бөрйән ҡыҙы” бейеүен башҡара”, – тип иғлан итте Дауыт Юлтый тормошона арналған кисәне алып барыусы Наилә Таң ҡыҙы Юлтыева. Бына ҡыҙыҡай башҡорт һылыуҙарына ғына хас талғын хәрәкәттәр яһап, өйөрөлөп бейей. Санкт-Петербург уртаһындағы зал алҡыштарға күмелә.

Нева ярындағы баш ҡалала йәшәй Алина. Быйыл беренсе класҡа уҡырға бара. Атаһы Урал менән әсәһе Нурания – Башҡортостандың Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан. Йәй көнө ҡыҙыҡай ата-әсәһе, кесе туғаны менән Самат ҡартатаһы һәм Нурия өләсәһе тарбаевтар янына ҡайта. Һаҡмарҙа һыу инә, яңы бейеүҙәр өйрәнә.

Санкт-Петербург башҡорттары мәҙәни үҙәген Люция Ғафар ҡыҙы Бүкәнова етәкләй. “Ирәндек” башҡорт фольклор ансамблен белмәгән кеше аҙҙыр ул Питерҙа! Утыҙ йылдан ашыу инде ул яҡташтарҙы берләштереп тора. Унда Алинаның дуҫтары – Ансар Бүләков, Толя Малышев, Батыр Әхмәров, Динә һәм Камила Мөхәмәтғәлиналар сәхнә серҙәрен
өйрәнә. Әйткәндәй, Ансар Бүләков яңы ғына Йылайыр районында ҡурайсылар конкурсында “Иң йәш ҡурайсы” призын алып ҡайтты!
Афарин, йәш Питер башҡорттары!

07-2018
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор