Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  3. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  4. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  5. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 12-09-2013, 09:40 | Категория: 1 сентябрь, Әкиәттәр

Просмотров 1081
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2013
Рубрика:1 сентябрь, Әкиәттәр
Исеме:Тиҫкәре Ҡәләм
Автор:Рәдиф ТИМЕРШИН
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ЗЫЯИ
Тиҫкәре Ҡәләм/Рәдиф ТИМЕРШИН

Әкиәт
Борон-борон заманда түгел, беҙҙең көндәрҙә, булған, ти, бер Ҡара Ҡәләм. Үҙ иштәре, йәғни төрлө төҫлө ҡәләмдәр араһында ул тиҫкәрелеге менән айырылып торған. Ул ғынамы, бик ялҡау ҙа, ти, әле үҙе. Шуға ҡарамаҫтан, үҙен бүтәндәрҙән өҫтөн ҡуйырға ярата икән. “Теләһәм, мин һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә ҡараға буяп, юҡҡа сығара алам!” – тип кәпәренергә бик шәп, ти, хәстерүш!
Яҙырға ла, һүрәт төшөрөргә лә теләмәй, ти, был. Рәхәтләнеп, ял итеп, ҡәләм һауытында ғына ятмаҡсы икән. Эшләһәм, минең һөрмәм кәмей, буйым ҡыҫҡара, тип әйтә, ти. Шуға, хужаһы уны ҡулына алып яҙа башланымы, был, тиҫкәреләнеп, осланған еренән юрый һына ла ҡуя, һына ла ҡуя икән. Хужам минән тамам биҙер, тыныслыҡта ҡалдырыр, бүтән ҡағылмаҫ, тип өмөтләнгән, ти, был. Әммә хужаһы ла үтә үжәт кеше булып сыҡҡан. Һынған һайын Ҡәләмде бәке менән яңынан ослай ҙа ҡуя, ослай ҙа ҡуя икән. Шулай итә торғас, тиҙҙән Ҡәләм сәтәкәй бармаҡ башылай кескәй генә тороп ҡалған! Башҡа ҡәләмдәр үҙҙәренә яҡын да килтермәйҙәр, һин беҙгә тиң түгел, тиҙәр икән быға. Аптырағас, хужаһы был ҡәләм аҡтығын сүп һауытына ырғытҡан.
Шунан һуң Ҡара Ҡәләм: “Их, яңылыштым, ни саҡлы аҡыллы һүҙҙәр яҙырға, ни саҡлы матур һүрәттәр яһарға булышҡан булыр инем!” – тип, үҙенең тиҫкәре үә ялҡау булыуына бик үкенгән дә ул, әммә эш уҙған булған, ти, инде.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Еңеү көнө / Айгөл Айытҡолова

Еңеү көнө / Айгөл Айытҡолова

Еңеү көнөн, тимен, юҡҡа ғына...
01-2013

01-2013

...
Комментарийҙар