» » » Күс айыра умарта

Баҫылды : 20-06-2018, 08:43 |
Рубрика: Авторҙар / Йәй / Тыуған илем
Просмотров: 66
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 06-2018
Рубрика: Авторҙар / Йәй / Тыуған илем
Исеме: Күс айыра умарта
Автор: Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Район:
Ауыл:
Рәссам: Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Авторҙар / Йәй / Тыуған илем

Күс айыра умарта

 

Күс айыра умарта

 

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
 Күс айыра умарта
 
Умартабыҙ күс айыра,
Күс айыра ҡортобоҙ!
Зыу киләбеҙ күмәкләшеп,
Шаулап тора йортобоҙ.
 
 
Сеүәтәгә ҡалаҡ менән,
Ижау менән сүлмәккә
Даңғылдатып һуғабыҙ беҙ,
Бер-беребеҙҙән күрмәккә.
 
Бал ҡорттары болот булып
Күкте ҡаплап осалар.
Осмаҫ ине, уларға бит
Яңы ғаилә асалар.
 
Бына әҙер умартаһы,
Ҡойорҙар яңы кәрәҙ.
Ә әлегә, тиҙ ойошоп,
Бергә булырға кәрәк!
 
Умартасы бабай – оҫта:
Ҡорт инәһен тиҙ тапты,
Ҡумтаһына һалып ҡына,
Яңы «өй»гә оҙатты.
 
Эшсе ҡорттар бик егәрле –
Гөжләп тора умарта.
Ялан тулы гөл-сәскәләр
Хуш еҫтәрен тарата.
06-2018
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.