АЛТЫН БАЛЫҠ/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА » Журнал

Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  3. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  4. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  5. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  6. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
Баҫылды : 12-09-2013, 09:38 | Категория: Байрамдар » 1 сентябрь

Просмотров 979
"Аҡбуҙат"та баҫылған:09-2013
Рубрика:Байрамдар » 1 сентябрь
Исеме:АЛТЫН БАЛЫҠ
Автор:Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Виктория Гаптарь
АЛТЫН БАЛЫҠ/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

(хикәйә)
Фәрүәз портфелен яурынына элде лә, ҡулына сәскәләр тотоп, мәктәпкә юлланды. Бөгөн 1 сентябрь — Белем байрамы. Урам тулы шаян малайҙар, күбәләктәй ҡыҙҙар, ата-әсәйҙәр шау-гөр килеп мәктәпкә табан ағыла. Ул да шул төркөмгә барып ҡушылды ла алан-йолан ҡарап кемделер эҙләй башланы.
Урам боролошон үткәндә дуҫына оҡшаған кешенең ҡойма артында боҫоп торғанын күреп шунда йүнәлде.
— Эй, Йәмил, сәләм! Ни эшләйһең унда? Киттек мәктәпкә!
— Ярай-ярай, бара тор, мин хәҙер. Бына алтын балығымды ғына өйҙә ҡалдырам да, — тип яуапланы ул.
— Алтын балыҡ?! Оноттоңмы әллә, бөгөн бит 1 сентябрь?!
— Ни эшләп онота ти. Шуға ла өлгөрөргә тырышып йөрөйөм дә инде. Бына, ҡарамаҡҡа тоттом. Ышанмаһаң яҡыныраҡ килеп ҡара!
Ысынлап та, уның ҡулындағы һауытта һарылы-ҡыҙыллы тәңкәләрен уйнатып алтын балыҡ йөҙә ине.
— Алып ҡайтам да өс теләгемде үтәргә ҡушам, — тип һүҙен дауам итте малай.
— Һин нимә әкиәттән сыҡтыңмы әллә? Ниндәй теләк ул тағы?
— Ниндәй булһын: ”Беренсенән, мәктәпкә йөрөмәй генә уҡырға; икенсенән, тик яҡшы билдәләренә өлгәшергә; ә өс-сөн-сө-нә-ән-нн… әле уйлап бөтмәнем”, — тип эре генә танауын сөйҙө теге.
— Эх, һин, Йәмил-л-л! — тип дуҫын үсекләгәндәй бармаҡтарын бөгөп Фәрүәз: беренсенән, алдашырға ярамай. Ҡулыңда йылға балығы түгел, ә аквариумыҡы. Икенсенән, әкиәттә түгел, ә ысынбарлыҡта йәшәйһең. Ә инде өсөнсөнән: “Дуҫҡай, мин һине мәктәптә көтәм”, — тине лә ҡырҡа боролоп юлын дауам итте.
Малай бер балығына, бер алыҫлаша барған дуҫына ҡарап уйланып тора бирҙе. Ҡапыл аңына килеп: “Үҙеңә ышанырға кәрәктер. Көс түгеп тырышып уҡығанда ғына теләгәнең бойомға ашыр”, — тип тиҙ генә эштәрен башҡарҙы ла һуңламай ғына беренсе ҡыңғырауға килеп тә етте.
Ә алтын балыҡ иһә, Ғиндулла олатайҙың аквариумында нимәлер һөйләгәндәй күбектәр уйнатып серле генә йөҙә бирҙе.
(голосов:3)

Оҡшаш материал
Ҡышҡы күл/Зөбәйҙә Исламова

Ҡышҡы күл/Зөбәйҙә Исламова

Көндәр һалҡын торһа ла, күл өҫтө бала-саға менән тулы....
Белем көнө / Әлфис ҒАЯЗОВ

Белем көнө / Әлфис ҒАЯЗОВ

Сентябрҙең иң башында...
Йомортҡа тын аламы?/Тәскирә Даянова

Йомортҡа тын аламы?/Тәскирә Даянова

Йәмил тауыҡтар менән дуҫлашты....
Комментарийҙар