» » » Ҡолон

Баҫылды : 14-05-2018, 12:40 |
Рубрика: Авторҙар / Тәбиғәт 2013/2014 / Йәй / Шиғырҙар / Йорт хайуандары
Просмотров: 61
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 05-2018
Рубрика: Авторҙар / Тәбиғәт 2013/2014 / Йәй / Шиғырҙар / Йорт хайуандары
Исеме: Ҡолон
Автор: Тимер Юсопов
Район:
Ауыл:
Рәссам: Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Авторҙар / Тәбиғәт 2013/2014 / Йәй / Шиғырҙар / Йорт хайуандары

Ҡолон

Ҡолон

Ҡолон

Ҡолон әле аяҡланған,

Тоя тик елде генә.

Әй сайҡалып торған була,

Барып үҙ белдегенә.

Ер кендеге тоташҡанмы

Ҡолоном кендегенә.

Әйтерһең дә,

Күҙ алдында

Япраҡ бөрөһөн тиртте.

Әсәһенең бауырына

Ҡолон моронон төрттө.

Бер аҙ ғына тын алды ла

Атлап китте ҡабаттан.

Шул саҡ ҡолон иңдәренә

Ҡундымы ни ҡанаттар...

Гүйә, уның күҙ алдында

Күкрәп китте болоно.

Тып-тып баҫып,

Юртҡан була,

Юртҡан була ҡолоном.

Таянысы — тыуған ере,

Ә ел — уның юлдашы.

Ҡой(о)роғон һелккән була,

Ташлаған була башын.

Кешнәп кенә ебәрҙеме,

Алдарында болоно

Йылы бауыр аҫтарында

Бер аҙ торҙо йылынып.

Күҙ менән ҡаш араһында

Елеп үтә болонон.

Үҙе кешнәй,

Тыуғанына

Әй ҡыуана ҡолоном...

Тимер Юсопов 

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.