» » ҠАҺАРМАН БАШҠОРТ ЕГЕТЕ

Баҫылды : 14-05-2018, 12:36 |
Рубрика: Байрамдар / Еңеү көнө
Просмотров: 59
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 05-2018
Рубрика: Байрамдар / Еңеү көнө
Исеме: ҠАҺАРМАН БАШҠОРТ ЕГЕТЕ
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам: Дамир МӨХӘМӘТЙӘРОВ

Байрамдар / Еңеү көнө

ҠАҺАРМАН БАШҠОРТ ЕГЕТЕ

 ҠАҺАРМАН БАШҠОРТ ЕГЕТЕ

 

 Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме алған ҡаһармандар илебеҙ тарихында һанаулы ғына. Шуларҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышында бик күп батырлыҡтар күрһәткән хәрби осоусы, гвардия полковнигы Муса Ғайса улы ГӘРӘЕВ.

 

Башҡортостандың Бәләбәй өйәҙе Иләкшиҙе ауылында (хәҙерге Илеш районы) 1922 йылда тыуған ул. Бәләкәйҙән үк осоусы булырға хыяллана. 1940 йылда Совет Армияһы сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдан алып Сталинград, Көньяҡ, 4-се Украина һәм 3- сө Белоруссия фронттары яуҙарында ҡатнаша. Барыһы 250 хәрби осош яһап, бик күп дошман самолеттарын, ҡораллы поезд составтарын, яғыулыҡ базаларын шартлата. 1944 йылдың 28 авгусында 164-се осошонда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Муса Гәрәевкә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Хәрби осоусы-штурмлаусы, дошманды ҡыйратып ҡына ҡалмай, яу булған урынға һиҙҙермәй генә яңынан осоп барып, һөҙөмтәләрҙе фотоға төшөрөү бурысын да үтәй. Ә был ҙур оҫталыҡ,

ҡыйыулыҡ талап итә. 1945 йылдың 8-се мартында 207-се осош яһағандағы батырлығы өсөн Муса Гәрәев тағы бер тапҡыр Советтар Союзы Геройы йондоҙона лайыҡ була. 1945 йылдың 24 июнендә ҡаһарман яҡташыбыҙ, 23 йәше лә тулмаған батыр башҡорт егете Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша. Хәрби хеҙмәттән һуң, 1965-1977 йылдарҙа, ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе була ул. СССР Юғары Советы депутаты итеп күп тапҡыр һайлана. Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, 3-сө дәрәжә Богдан Хмельницкий, Александр Невский, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән.

Илебеҙ Муса Гәрәевтең батырлығын онотмай. Рәсәй ДОСААФ-ының авиация спорт клубы, 2-се Өфө автомобиль мәктәбе, Өфө башланғыс осоусылар әҙерләү буйынса мәктәп-интернат, теплоход уның исемен йөрөтә. Өфөлә Гәрәевкә һәйкәл ҡуйылған. Йыл һайын ҡаһарман иҫтәлегенә бокс буйынса Бөтә Рәсәй турниры үткәрелә. Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында Муса Гәрәевтың һәйкәле һәм бик йөкмәткеле музейы бар.


 

Рәссам Дамир МӨХӘМӘТЙӘРОВ

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.