» » “Беҙҙә бөгөн ҡунаҡ”

Баҫылды : 26-04-2018, 12:48 |
Рубрика: Педагог
Просмотров: 105
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2018
Рубрика: Педагог
Исеме: Беҙҙә бөгөн ҡунаҡ
Автор: Алия Мухамедьярова
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Педагог

“Беҙҙә бөгөн ҡунаҡ”

Башланғыс ябай математик төшөнсәләр буйынса ойошҡанлы белем биреү эшмәкәрлеге. Кескәйҙәр төркөмөнә тәғәйенләнгән.
Автор: Алия Мухамедьярова <mukhamedyrova80@mail.ru

 

Башланғыс ябай математик төшөнсәләр буйынса ойошҡанлы белем биреү эшмәкәрлеге.

"Беҙҙә бөгөн ҡунаҡ” (кескәйҙәр төркөмө).


Маҡсат: Балаларҙы математик төшөнсәләрҙе ниндәй кимәлдә үҙләштереүен асыҡлау.

Бурыстар.

Өйрәтеүсе: Балаларҙы , тәрбиәсенең биргән һорауҙарына төркөмдә сит кешеләр булғанда ла ҡыйыу яуап бирергә өйрәтеү.

Үҫтереүсе: Түңәрәкте (кругты),төҫтәрҙе айыра белеү һәләтен үҫтереү. Әҙ һәм күп төшөнсәләрен нығытыу.

Тәрбиәүи: Балаларҙа иғтибарлылыҡ,бер-береһенә ҡарата ихтирам, сабырлыҡ сифаттарын тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Йомшаҡ уйынсыҡ-ҡуян, ҙур һәм бәләкәй кубиктар, ҙур һәм бәләкәй кәрзиндәр.

Балаларға таратыу өсөн материалдар: һәр бала иҫәбенә ҙур һәм бәләкәй кубиктар, тәрилкәләр, күк төҫтәге түңәрәктәр.

Методик алымдар: әңгәмә, йомаҡ, һорауҙар биреү, ҡабатлау, сюрпризлы мәл, дидактик уйындар.

Алдан әҙерлек эшмәкәрлеге: Уйын мәлендә, балаларҙы предметтың, уйынсыҡтың формаһын ҡарауға ихтибарҙарын йүнәлтеү. Күп һәм әҙ һанлы предмет-уйынсыҡтар барлау. Иллюстрациялар ҡарау. Уйын: "Оҡшаш формалы уйынсыҡты тап”.

Дәрес барышы.

1. Балаларҙы уйын-ситуацияға йәлеп итеү.

Тәрбиәсе: Балалар, бөгөн беҙгә урмандан ҡунаҡ киләсәк. Кем килере ,әлегә сер.... Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, йомаҡты сискәс кем ҡунаҡҡа килеүен белерһегеҙ. Ихтибар! Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ! Ярата кишер менән кәбеҫтә, үҙе бик шәп йүгерә?

Балаларҙың яуабы

2. Уйын-күнекмә. Кубиктарҙы кәрзин эсенә йый.

Тәрбиәсе: Афарин! Балалар, бөгөн беҙгәҡуян ҡунаҡҡа киләсәк, ә төркөмөбөҙ йыйыштырылмаған. Ҡунаҡ килгән осраҡта, һәр йорт, һәр өй таҙа, йыйнаҡ булырға тейеш. Балаҫҡа ҡарағыҙ әле, ниндәй уйынсыҡтар таралып ята?

Балалар: Кубиктар!

Тәрбиәсе: Кубиктарҙың төҫтәре ниндәй?

Балалар:Ҡыҙыл, күк, һары, йәшел.

Балалар төрлө төҫтәге кубиктарҙы тотоп күрһәтәләр.

Тәрбиәсе: Бына минең ҡулдарымда ике кубик,айырмаһын әйтегеҙ әле? Ниндәй айырма күрәһегеҙ?

Балалар: Һары кубик -ҙур, йәшел кубик- бәләкәй.

Тәрбиәсе: Афарин балалар ! Ә был кубиктарҙы ҡайҙа йыйып ҡуябыҙ ?

Балалар: Кәрзин эсенә һалабыҙ.

Тәрбиәсе: Ҡыҙҙар, малайҙар, ә был ике кәрзиндең айырмаһын күрәһегеҙме?

Балалар: Был ҡыҙыл- ҙур кәрзин, ә был күк кәрзин бәләкәй.

Тәрбиәсе: Ошо ҙур кәрзингә, тик ҙур кубиктарҙы һалыр кәрәк. Бәләкәй кәрзингә иһә, тик бәләкәй кубиктарҙы йыйыр кәрәк. Әйҙәгеҙ ҡуян килерҙән алда ошо уйынсыҡтарҙы йыйып ҡуяйыҡ.

Балалар ҙур һәм бәләкәй кәрзинәгә ҙурлығына ҡарап, кубиктарҙы йыя.

Ишек шаҡыйҙар. Тәрбиәсе ҡуянды ишектән ҡаршы алып, балалар янына алып килә. Балалар ҡуян менән һаулыҡ һорашалар. Ҡуянды һыйпайҙар, тотоп ҡарайҙар.

Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, балалар! Ниндәй матур, йомшаҡ ҡуян беҙгә ҡунаҡҡа килгән. Тунын аҡтан кейеп алған.Әйтегеҙсе, ҡуяндың ҡолағы ниндәй? Ә ҡойроғо ниндәй оҙонлоҡта?

Баларҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Афарин балалар! Әйҙәгеҙ ҡунаҡ менән бер аҙ уйнап алайыҡ.

3. Физминутка

Тәрбиәсе: Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян

Беҙгә ҡунаҡҡа килгән.

Ҡойроғо ҡыҫҡаҡ ҡына,

Ә ҡолағы оҙон икән.

Аҡ ҡуян, йомшаҡ ҡуян

Бик иртә уянған.

Йыуған ул биткәйен,

Йыуған ул тәпәйен.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, ҡуянды өҫтәл артына саҡырайыҡ. Бында ла беҙҙе уйын көтә.

4. Уйын-күнекмә.” Әҙ, күп”.( Өҫтәл артында).

Өҫтәлдә тәрилкәләр. Һәр балаға аҡ тәрилкә ҡуйылған. Ҡумта эсендә таратма материал, күк түңәрәктәр.

Тәрбиәсе :Балалар һеҙҙең алдығыҙға аҡ тәрилкәләр ҡуйылған. Был тәрилкәләр ниндәй формала?

Балалар: Түңәрәк.

Тәрбиәсе: Ә был ҡумта эсендә нимәләр ята?

Балалар: Түңәрәктәр.

Тәрбиәсе: Түңәрәктәрҙең төҫө ниндәй ?

Балалар: Күк төҫтә.

Тәрбиәсе: Нисә түңәрәк ята был һауытта?

Балалар: Күп.

Тәрбиәсе:Һеҙҙең тәрилкәгеҙҙә нисә түңәрәк ята?

Балалар: Юҡ, берәү ҙә юҡ.

Тәрбиәсе: Мин һеҙгә берәр түңәр таратып бирәм. Хәҙер әйтегеҙ, һеҙҙә нисә түңәрәк?

Балалар : Бер түңәрәк.

Тәрбиәсе: Ә был ҡумтала нисә түңәрәк?

Балалар: Күп.

Тәрбиәсе: Ҡунаҡҡа ҡарағыҙ әле, ул күңелһеҙ ултыра. Ҡуяндың тәрилкәһендә нисә түңәрәк ?

Балалар: Юҡ, бер түңәрәк тә юҡ.

Тәрбиәсе: Ҡыҙҙар- малайҙар,әйҙәгеҙ ҡуянды шатландырайыҡ. Был ҡумталағы булған бөтә түңәрәктәрҙе ҡуянға бүләк итәйек. Ҡуян был түңәрәктәрҙе урмандағы үҙенең дуҫтарына таратып бирер.

Тәрбиәсе: Ҡуяндың тәрилкәһендә бер нәмәлә юҡ ине, һеҙ уға күп түңәрәктәр бүләк иттегеҙ. Ҡуян һеҙгә ҙур рәхмәтен белдерә. Ул миңә ҡайтырға ваҡыт ти.

Балалар ҡуян менән хушлашалар.

5. Рефлексия.

Тәрбиәсе: Балалар бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа кем килде?

Балалар :Ҡуян!

Тәрбиәсе: Ҡуян ҡунаҡҡа килерҙән алда һеҙ нисек төркөмдө йыйыштырып ҡуйҙығыҙ? Ҙур кубиктарҙы, бәләкәй кубиктарҙы ҡайҙа йыйып ҡуйҙыҡ? Ҡуянға нимә бүләк иттегеҙ? Түңәрәктәрҙең төҫө ниндәй ине? Ҡуян ҡайҙа ҡайтты?

Балаларҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Афарин, балалар, һеҙ иң тырыш балалар!

 

 

 

 

 

 

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.