» » Әкиәт иленә сәйәхәт

Баҫылды : 26-04-2018, 12:41 |
Рубрика: Педагог
Просмотров: 117
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2018
Рубрика: Педагог
Исеме:
Автор: Алия Мухамедьярова
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Педагог

Әкиәт иленә сәйәхәт

Телмәр үҫтереү. "Әкиәт иленә сәйәхәт" дәрес конспекты, кескәйҙәр төркөмөнә тәғәйенләнгән.
Автор: Алия Мухамедьярова <mukhamedyrova80@mail.ru

 

 

«Әкиәт иленә сәйәхәт»

( «Тирмәкәй», «Сыбар тауыҡ», «Йомро икмәк», «Шалҡан»

әкиәттәре буйынса)

Маҡсат: Балаларҙың рус халыҡ әкиәттәрен ниндәй кимәлдә үҙләштереүен асыҡлау.

Бурыстар:

Өйрәтеүсе: Әкиәттәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һүҙлек запасын байытыу. Тәрбиәсенең биргән һорауҙарына тулы һөйләм менән яуап бирергә булышлыҡ итеү.

Үҫтереүсе: Йомаҡтар ярҙамында телмәр үҫтереү. Ҡыр һәм йорт хайуандарының айырмаһын күрһәтеү. Күреү, хәтерләү, хәрәкәтсәнлек сифаттарын үҫтереү.

Тәрбиәүи:Йорт хайуандарына ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Ярҙам итергә теләк уятыу .

Йыһазландырыу:музыка, "Тирмәкәй”, "Йомро икмәк”, "Шалҡан” әкиәттәренең перонаждары,"Сыбар тауыҡ” әкиәтенә илюстрация.

 

Дәрес барышы

Тәрбиәсе балаларҙы төркөмгә алып инә түңәрәккә баҫалар.

Тәрбиәсе: Балалар, бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ,ҡунаҡтар менән һаулыҡ һорашайыҡ.

Һаулыҡ һорашыу, борондан килгән йола.

Һаулыҡ һорашһаң, кешеләр туғандай тойола.

Ишек шаҡыйҙар.

Тәрбиәсе:Балалар, ҡарағыҙ әле беҙгә бәләкәй генә бесәй килгән.

Бесәй: Һаумыһығыҙ малайҙар, ҡыҙҙар.

Тәрбиәсе: Бесәй, әйҙә беҙҙең менән бергә уйнап ал. Беҙ уйнарға яратабыҙ. Ә һин уйнарға яратаһыңмы?

Бесәй: Яратам, мин уйнарға яратам.

(Бармаҡ уйыны)

Бесәй, бесәй, бес-бес-бес.

Өҫтәлгә менгән имеш.

Һөттө эскән.

Ҡаймаҡты ашаған.

Ҡатыҡты түккән.

Майҙы ялаған.

Ҡоротто кимергән.

Ярамай, шуҡ бесәй,

Төш, төш, төш!

Мыйаубикә: "Ҡыҙҙар-малайҙар, һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы? Мин бер әкиәттән килдем, тик ниндәй әкиәт икәнен онотҡанмын. Зинһар, мине үҙ әкиәтемә алып барығыҙ инде?”.

Тәрбиәсе: Мыйаубикә аҙашҡан икән, ниндәйҙер әкиәттә йәшәгән тик хәтерләмәйем ти. Балалар,әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән тылсымлы әкиәт иленә барайыҡ. Унда беҙ, бесәйҙең ниндәй әкиәттән килеүен белербеҙ.Барабыҙмы әкиәт иленә?

Балаларҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Әкиәт иленә нимә менән барып була икән?

Балаларҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Мин һеҙгә, паравоз менән барырға тәҡдим итәм. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙ артына тотоноп” паравозда” барайыҡ.

Музыка уйнай. Балалар паравозда Әкиәт иленә юллана.

Паравоз туҡтай.

Тәрбиәсе: Ятмаған ул тәҙрә төбөндә

Һуҡмаҡ буйлап тәгәрәгән

Үҙе берйыр көйләгән

Әбейҙән дә киттем

Бабайҙан да киттем...

Балалар, ниндәй әкиәткә туҡтаныҡ беҙ?

Балалар: Йомро икмәк.

Тәрбиәсе:Һуҡмаҡтан кем тәгәрәгән?

Балалар: Йомро икмәк.

Тәрбиәсе: Кем йомро икмәкте бешергән?

Балалар: Әбей бешергән

Тәрбиәсе :Йомро икмәк һуҡмаҡтан тәгәрәп барғанда кемде осратҡан?

Балалар: Ҡуянды, бүрене, айыуҙы, төлкөнө.

Тәрбиәсе: Йомро икмәк кемдән ҡасып киткән?

Балалар: Ҡуяндан, бүренән айыуҙан.

Тәрбиәсе: Балалар, был әкиәт геройҙары ҡыр хайуанымы әллә йорт хайуанымы? Ә бесәй? Ни өсөн бесәй йорт хайуаны?

Тәрбиәсе :Афарин балалар,ә был әкиәт Мыяубикәнекеме?

Балаларҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, паравозға ултырып киләһе әкиәткә юлланайыҡ.

Беҙ әкиәткә барабыҙ

Урман, ҡырҙар буйлап.

Ҡарлы юлдарҙы үтәбеҙ

Бөтә әкиәтте беләбеҙ.

Паравоз туҡтай.

Тәрбиәсе:

Яланда бәләкәй генә өй, ә эсендә йәнлектәр йәшәй.

Ниндәй әкиәт был балалар?

Балалар: Тирмәкәй!

Тәрбиәсе :Балалар, әйтегеҙ әле кемдәр йәшәй был тирмәлә?

Балалар: Ҡыр сысҡаны, Әрмәнде, Йүгерек ҡуян, Төлкөбикә, Һоро Бүре, Тайыштабан айыу.

Тәрбиәсе: Дөрөҫ, балалар, рәхмәт. Ә кем тирмәкәйҙе емерҙе икән?

Балалар яуабы.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ балалар, әкиәт геройҙарына яңынан йорт һалайыҡ

Физминутка.

Сүкешебеҙ, туҡ та туҡ. (йоҙроҡтар туҡылдатабыҙ)

Беҙ бейек өй һалабыҙ. (ҡулдарҙы өҫкә күтәрәбеҙ)

Йорт яҡты тәҙрә менән (ҡулдарҙы ситкә айырабыҙ)

Ҡыйығы ныҡ тимерҙән.(ҡулдар ҡыйык формаһында)

Дуҫ йәшәйбеҙ, беҙ берҙәм. (ҡосаҡлашалар)

Тәрбисе: Балалар, был әкиәттә бесәй йәшәйме?

Балаларҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Улайһа , әйҙәгеҙ, киләһе әкиәткә киттек. Паравоз ҡуҙғала.

Беҙ әкиәткә барабыҙ

Урман, ҡырҙар буйлап.

Ҡарлы юлдарҙы үтәбеҙ

Бөтә әкиәттебеләбеҙ.

Паравоз туҡтай. Таҡта ла "Сыбар тауыҡ” әкиәтенән персонаждар.

Тәрбиәсе: Балалар был йортта кем йәшәй? Ниндәй әкиәткә туҡтаныҡ беҙ?

Балаларҙың яуабы

Тәрбиәсе: Ни өсөн әбей менән бабай ҡайғырып, күңелһеҙ ултыралар икән?

Балаларҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Ҡыҙҙар, малайҙар, әбей менән бабай илап ултырмаһын әле. Беҙ һеҙҙең менән ул ярылған йомортҡаны йыйып ҡуяйыҡ.

(Балалар ҡырҡылған ҡағыҙҙан йомортҡаны йыялар.)

Тәрбиәсе: Әбей менән бабай бик шатландылар. Беҙгә рәхмәт тиҙәр. Беҙ Мыяубикәнең әкиәтен таптыҡмы? Был әкиәттә бесәй йәшәйме?

Балалар яуабы.

Тәрбиәсе:Паравозға ултырышайыҡ, ҡуҙғалдыҡ.

Беҙ әкиәткә барабыҙ

Урман, ҡырҙар буйлап.

Ҡарлы юлдарҙы үтәбеҙ

Бөтә әкиәттебеләбеҙ.

Тәрбисе: Был ниндәй әкиәт туҡталышы икән? Балалар, мин һеҙгә йомаҡ әйтәм. Йомаҡты сискәс, ниндәй әкиәттә булыуыбыҙҙы белерһегеҙ. Ихтибар! Үҙе йомро-ай түгел, һары-май түгел, ҡойроғо бар-сысҡан түгел.

Балалар: Шалҡан.

Тәрбисе: Шалҡан емеш- еләкме әллә йәшелсәме?

Балаларҙың яуабы.

Тәрбиәсе: Ҡарағыҙ әле, был әкиәт геройҙары әллә үпкәләшкән? Шалҡанды кем йолҡа, кем тарта тиеп баш ваталар. Күрәһең, беҙҙең ярҙам кәрәк был әкиәттә.

- Кем шалҡанды сәсте?

-Шалҡан ниндәй ҙурлыҡта?

-Ни өсөн бабайҙың, шалҡанды тартып сығарырға көсө етмәне?

-Кемде бабай ярҙамға саҡырҙы?

-Әбей ярҙамға кемде саҡырҙы?

-Ейәнсәр кемде саҡырҙы?

-Муйнаҡ ярҙамға кемде саҡырҙы?

-Бына бит Муйнаҡ Мыяубикәне ярҙамға саҡырған икән. Беҙ һеҙҙең менән Мыяубикәнең әкиәтен таптыҡ!

- Ә Мыяубикә кемде саҡырҙы?

-Афарин балалар! Беҙ бар әкиәттәрҙе барлап сыҡтыҡ.

Тәрбиәсе: Мыяубикәнең әкиәтен таптыҡ. Беҙгә ҡайтырға ваҡыт етте. Әйҙәгеҙ, паравозға ултырып кире баҡсаға ҡайтайыҡ.

Музыка уйнай. Балалар паравозда баҡсаға ҡайта.

Тәрбиәсе: Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡайҙа барҙыҡ? Әкиәт илендә кемдәрҙе осраттыҡ? Әкиәт илендә кемдәрҙе осраттыҡ? Ниндәй әкиәттәрҙә туҡталдыҡ?

Бесәй ниндәй әкиәттән булып сыҡты инде? Рәхмәт, һеҙ аҡыллы, уңған балалар.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор