» » » “Аҡбуҙат” журналының 3-сө һанына КҮҘӘТЕҮ

Баҫылды : 1-03-2018, 11:46 |
Рубрика: Журнал тураһында / Һандарға күҙәтеү
Просмотров: 82
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 03-2018
Рубрика: Журнал тураһында / Һандарға күҙәтеү
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Журнал тураһында / Һандарға күҙәтеү

“Аҡбуҙат” журналының 3-сө һанына КҮҘӘТЕҮ


 

 

 

"Аҡбуҙат” журналының 3-сө һанына КҮҘӘТЕҮ 

 
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ! "Аҡбуҙат”ыбыҙҙың 3-се һаны ла оҙаҡламаҫ өйөгөҙҙөң ишеген шаҡыр! Ә әлегә беҙ уның асылып уҡыясаҡ биттәре буйынса ҡыҫҡаса ғына сәйәхәт ҡылайыҡ. 
Шулай итеп, март айы юбилярҙарға бик бай булып сыҡты. Журналыбыҙҙың тәүге битен — Таңһылыу Ҡарамышеваның "Яратыу”, "Әсәйҙәр”, "Һағыныу”, ”Уйын”, "Минең йырым”, тип аталған ижади емештәре асып ебәрә. Шағирәнең һәр бер шиғыры йырлап тора, ә ҡайһыларын хатта тиҙәйткес итеп ҡулланырға була. 
Сираттағы тағы бер байрам хужаһы — Сабир Шәрипов. Уның инде "Айыу кешегә теймәй ул...”, "Өләсәйеңдең исеме кем?”, "Исем”, тип аталған хикмәтле һәм шул уҡ ваҡытта бик тә ҡыҙыҡлы ҡыҫҡа ғына хикәйәләрен көлә-көлә уҡып ял итәргә генә ҡала. 
"Бәпембә” рубрикаһында һәр ваҡыттағыса йәш һәләттәр ижады. 2018 йылда иғлан ителгән Мостай Кәрим исемендәге шиғриәт конкурсын асып ебәргән Баймаҡ ҡалаһының 1-се дөйөм белем биреү мәктәбенең 2-се "А” класс уҡыусыларының ижады көтә. "Әсәйҙәргә шиғри гөлләмә” тип аталған был шиғри шәлкем һеҙгә лә бик хуш килер. 
Артабан тағы бер юбилярыбыҙ — Мәрйәм Бураҡаеваның "Бәрәстәр ҙә һөйләшә икән...” тип аталған хикәйәһе менән танышырһығыҙ. Унда өләсәйҙең Әмиләгә нисек итеп телмәрһеҙ, өндәр аша аңлашыу мөмкинселеген, көтөүҙәге әсәһенән айырылып ҡалған бәрәс аша һүрәтләгән автор. 
Киләһе юлдарҙа Тамара Искандәриәнең "Учу башкирский язык” рубрикаһы сәләмләй. Автор "Ҡарға бутҡаһы” йолаһын ҡулланып, урыҫ балалары һәм дә башҡорт телен белмәгәндәр өсөн аралашыу формаһын еңел генә һүҙҙәр менән аңлатып биргән. Шунда уҡ Миңлегөл Тайсинаның да "Башҡорт телендә һөйләшәм” рубрикаһы. Сираттағы "Кемдең сәскәләре иң матуры?” тип аталған әкиәтендә сәскәләр төрө менән дә танышырһығыҙ. 
Уртансы һәм дә 8-9-сы биттәрҙә, дуҫтарым, һеҙҙе сираттағы мажаралы комикс көтә! Комикстың авторы даими рәссам, Дамир Мөхәмәтйәров тағы ла ҡыҙыҡ һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙғаныс та уйын тәҡдим итә. 
Киләһе 12-13-сө биттәрҙә һеҙҙе Нәжиә Игеҙйәнованың "Ел һәм ҡоштар” тип аталған, бик тә елде яратмаған ике бер туған ҡош тураһында әкиәте көтә. 
Зөбәржәт Яҡупова әҙерләгән сираттағы мәҡәлә, Ләйсән Золотарева тураһында. Был ҡыҙсыҡтың исеме хәҙер инде Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, хатта, бәлки сит илдәрҙә лә таныштыр. "Зәңгәр ҡош” проектында "Урал батыр” эпосы менән сығыш яһаған тап ошо ҡыҙ тураһында беҙҙең артабанғы мәғлүмәтебеҙ. Уның ҡайҙа тыуып үҫкәнен беләһегеҙ килһә, һорауҙарығыҙға яуаптарҙы тап ошо биттәрҙә табырһығыҙ. Шулай уҡ уның фоторәсеме журналыбыҙҙың тәүге битен биҙәп тора. 
Ә инде "Аҡбуҙат” журналын даими алдырыусы һәм дә уҡыусы бәләкәстәребеҙ — 194-се балалар баҡсаһынан фоторепортажды һеҙгә Миңлегөл ТАЙСИНА тәҡдим итә. 
Сираттағы Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләгән Башватҡыс-Кроссворд "Өләсәйҙә ҡунаҡта” тип атала. Ҡатын-ҡыҙҙар байрамына арналған был уйын-йомаҡтың яуаптарын ейәндәрегеҙ менән бергәләп эҙләгеҙ. 
Хикәйә, әкиәт, шиғырҙар уҡып, кроссворд сисеп, уйындар уйнап ял сәғәттәрегеҙ күңелле уҙһын, хөрмәтле дуҫтар! Киләһе осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!

 
3-сө һанға Күҙәтеүҙе Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләне.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.