Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  3. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  4. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  5. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 29-03-2018, 11:43 | Категория: Яңылыҡтар

Просмотров 77
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2018
Рубрика:Яңылыҡтар
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Өфө районы Михайловка ауылы китапханаһында

 

29 мартта Өфө районы Михайловка ауылы китапханаһында "Аҡбуҙат” журналы ҡунаҡта булды. Яҙғы каникул ваҡыты булһа ла, мәктәптең башланғыс класы уҡыусылары, уҡытыусылары Зимфира Шәрифйән ҡыҙы Ишкилдина һәм Зөлфиә Фәйзрәхман ҡыҙы Султанғолова менән бергә осрашыуға килгәндәр. Шулай уҡ ауыр хәлдә ҡалған балаларға ваҡытлыса ярҙам күрһәткән приют үҙәгенән дә бик тә аҡыллы, белемле балалар тәрбиәселәре Резеда Рауил ҡыҙы Хәкимова менән был саранан ситтә тороп ҡалмаған. 

"Аҡбуҙат” журналы менән яҡындан танышҡас, осрашыуға килгән балалар башҡорт, урыҫ шағирҙарының шиғырҙарын, "Урал батыр” эпосынан өҙөктәр һөйләп шатландырҙы. Хатта башҡа милләт балаларының да башҡорт телендә тырышып шиғыр һөйләүе үтә лә һөйөнөслө булды. Йомаҡ сисеп, викторина уйындарында ла бик тә әүҙем икән улар. Осрашыу ҡыҙыҡ, йәнле, күңелле лә үтте. Бүләккә ҡулдарына "Аҡбуҙат” журналын да алғас, балалар ҡәнәғәтләнеп, шау-гөр килеп өйҙәренә таралды. 
Әйткәндәй, был китапханала балалар өсөн "Оҫта ҡулдар”, сатраш, шахмат уйындары, "Ҡыҙыҡһыныусылар йәки күпте белеүселәр”, шулай уҡ "Тере китап” тип аталған төрлө түңәрәктәр ҙә эшләп килә. Китап уҡыусылар ҙа бында буш ҡул менән йөрөмәй икән. Китапханасылар менән балалар оло быуын алып килгән бүләк-китаптарҙан "Аҡыл эйәһе” тип исем атап "макет-скульптура” һәм тағы башҡа әйберҙәр эшләп ҡуйғандар. 
Шундай матур сараны ойоштороуы, "Аҡбуҙат”ҡа тапшырған балаларҙың ҡул эштәре өсөн Михайловка ауылы китапханаһының балалар бүлеге мөдире Рима Марат ҡыҙы Ирйегетоваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! 
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар