» » Өфө буйлап сәйәхәт

Баҫылды : 25-04-2018, 11:34 |
Рубрика: Яңылыҡтар
Просмотров: 111
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2018
Рубрика: Яңылыҡтар
Исеме:
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Яңылыҡтар

Өфө буйлап сәйәхәт

Хөрмәтле дуҫтар! Беҙҙең "Аҡбуҙат"ыбыҙ Башҡортостаныбыҙ ауылдары, райондары һәм дә башҡалабыҙ Өфө буйлап сәйәхәткә сыҡты. 2018 йылдың икенсе яртыһына журналға яҙылыу башланды. Ниндәйҙер сәбәптәр менән элемтә бүлексәһенә барырға ваҡыт таба алмаһағыҙ, редакция һеҙгә альтернатив яҙылыу менән ярҙам итер, һәм күрһәтелгән адресҡа илтеп бирер! Бының өсөн кәмендә 30 экз. алдырыу мотлаҡ! Балалар баҡсалары, мәктәптәр, һеҙҙән шылтыратыуҙар көтәбеҙ! 
Сиратта Дим биҫтәһендәге 102-се башҡорт гимназияһында осрашыу. Билдәле һәм шул уҡ ваҡытта билдәле булмаған авторҙарҙың ижады менән асып ебәрҙе улар был сара кисәһен. Ысынлап та "Аҡбуҙат" журналын ихлас яратҡан уҡыусылар уҡый икән был гимназияла, тип, шатланып ҡарап ултырҙыҡ. Ни өсөн тигәндә уларҙың сәхнә түрендә һөйләгән "Яҙ", "Ҡояш", "Сәскәләр" шиғырҙары барыһы ла беҙҙең "Аҡбуҙат"ыбыҙҙа баҫылып сыҡҡан. "Һаумы, һаумы, әкиәт!" конкурсында ҡатнашҡан Камилла Бүләкәрованың "Зөһрә ҡыҙ" әкиәтен һөйләүе, класс етәксеһе Гөлсиә Фәрит ҡыҙы менән берлектә ҡуйған "Һунарсы егет" инсценировкаһы ла бик хуш килде күңелгә. "Аҡбуҙат" әҙерләп алып килгән уйында ла, йомаҡ сисеүҙә лә бик әүҙем булып сыҡтылар. Аҡыллы, фекерләй белгән, сос, отҡор балалар менән эшләүе ял иткән кеүек кенә булды. 
Кескәйҙәр өсөн ай һайын сыҡҡан "Аҡбуҙат" баҫмаһына яҙылыу эштәрен алып барған, башҡорт телен юғалтмаҫ өсөн тырышып көс һалған, телмәрҙе байытыу өҫтөндә эшләгән класс етәксеһе Гөлсиә Фәрит ҡыҙына һәм дә китапханасы Илзирә Ришат ҡыҙына айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр ваҡытта "Аҡбуҙат" менән бергә булығыҙ!
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.