» » » Хайуансыҡтар

Баҫылды : 10-04-2018, 12:18 |
Рубрика: Авторҙар / Шиғырҙар / Йорт хайуандары
Просмотров: 206
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2018
Рубрика: Авторҙар / Шиғырҙар / Йорт хайуандары
Исеме: Хайуансыҡтар
Автор: Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам: Майя ЗЫЯИ

Авторҙар / Шиғырҙар / Йорт хайуандары

Хайуансыҡтар

Хайуансыҡтар 

Яратам мин себештәрҙе,
Улар: "Сип-сип-сип”, — тиҙәр.
Шундай йомшаҡҡай үҙҙәре,
Гел йүгереп йөрөйҙәр!
Бесәй балаһы ла оҡшай —
Һөйләшә: "Мыяу-мыяу”.
Бар эше — йоҡлау ҙа ашау,
Ҡойроғо менән уйнау...
Шуҡ көсөк тә яҡын миңә —
Сәңкелдәп кенә өрә
Йә тешһеҙ ауыҙы менән
Тәмле һөйәк кимерә.
Уйнатам шаян бәрәсте:
"Ми-ки-ки-ки, мики!”, — тип
Мекерләй ул, дәү мейесте
Маңлайы менән төкөп.
Һөйөп һыйпайым быҙауҙы, —
Зәп-зәңгәр генә күҙе!
"Мө-ө!” — тип сәләмләй үҙе
"Зәб-зәү!” — тип саҡырыуҙы.
Бик күп ошо бәпәйҙәрҙең
Иң матуры — ҡолонсаҡ!
Тик күргәнем юҡ үҙҙәрен —
Улар бары тик ҡурсаҡ...

Хайуансыҡтар

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ

Рәссам Майя ЗЫЯИ


Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.