Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  2. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  3. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  4. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  5. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 10-04-2018, 11:21 | Категория: Тәбиғәт 2013/2014 / Әкиәттәр / Тыуған илем

Просмотров 316

 Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

 Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

Беҙ йәшәгән планета Ер тип атала. Ул шарға оҡшаған. Диңгеҙ, океандар — зәңгәр, ә ҡоро ерҙәре — төрлө төҫтәрҙә.

Элек-электән Ер үҙенә ҡарап һоҡланырға яратҡан. Бер көндө ул Ҡояшҡа күренеп, маҡтанып алырға булған. Ҡояш үҙе лә бик яҡты һәм ҙур шар һымаҡ икән.

— Ҡара әле, Ҡояшҡай, мин ниндәй матурмын! — тигән Ер.

— Эйе, матурһың шул! Икенсе яғыңа әйлән әле!

Ер бер тапҡыр әйләнгәс, Ҡояш уға яҡтыртҡан да, икенсе яғына әйләнеүен һораған. Шулай итеп, Ер әйләнгән дә әйләнгән. Ҡояшҡа ҡарап торған яғында — көн, кирегә боролған яғында — төн икән. Тағы ла боролһа, ул яҡта —төн, ә Ҡояшлы яҡта — көн, ти. Көн менән төндөң алмашыныуы ла Ерҙең үҙ күсәрендә әйләнеүенә бәйле.

Ер үҙе — Ҡояш системаһындағы 3-сө планета. Башҡа планеталарҙан айырмалы рәүештә, Ерҙә генә тереклек бар. Ай — уның тоғро юлдашы. Юпитер — иң ҙур, ә Плутон — иң бәләкәй планета. Ҡояш бик эҫе, ҡайнар булһа, Марста ныҡ һыуыҡ, һалҡын.

Текст буйынса эш.

Балалар, башҡорт телендә ҡапма-ҡаршы һәм бер үк мәғәнәле һүҙҙәр күп. Мәҫәлән, көн, төн һүҙҙәре— антонимдар. Ә һыуыҡ, һалҡын — синонимдар.

Әкиәтте уҡып сығығыҙ ҙа шундай һүҙҙәрҙе табығыҙ!

Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.

Рәссам Лиана НИҒМӘТЙӘНОВА

(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар