» » » » Бөртөк

Баҫылды : 5-04-2018, 19:52 |
Рубрика: Тәбиғәт 2013/2014 / Ҡыш / Әкиәттәр
Просмотров: 135
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2018
Рубрика: Тәбиғәт 2013/2014 / Ҡыш / Әкиәттәр
Исеме: Бөртөк
Автор: Гөлсинә ИШТАНОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Виктория ГАПТАРЬ

Тәбиғәт 2013/2014 / Ҡыш / Әкиәттәр

Бөртөк

 Бөртөк

(Әкиәт)

— Уй-уй-уй!.. Ярҙам итегеҙ! — тип ҡысҡырып ебәрҙе бәләкәй генә Ҡар бөртөгө.

— Ни булды? — Ел-егет бәләкәсте эләктереп алды ла күтәреп болотҡа һалды.

— Минең ҡанат остарымды күрәһеңме? Боҙола башланы! Мин ирейеееем… — тип бәләкәс сеңләй башланы.

— Һа-һа-һа! — уны ишеткән ҡарт болот көлә башланы. Хатта бөтөн күк һелкенгәндәй булып дөрһөлдәне.

— Бәләкәс! — Ел ҡар бөртөгөн һөйөп алды. — Ҡурҡма, һин иреһәң дә, тамсыға әйләнәһең.

— Тамсы? Юҡ, минең тамсы булғым килмәй! Улар ергә төшөп юғала, ә минең юғалғым килмәй! Матур ғына булып ергә төшөп ятҡым килә, шыршыға ҡунғым килә! — бәләкәс бер туҡтамай татылданы.

— Бөртөк, туҡта әле, мине тыңла, — Ел бәләкәсте саҡ тымыҙҙы. — Ана, ергә ҡара әле! Күрәһеңме, һинең кеүек бәләкәй генә сәскәләр, үләндәр баш күтәргән? Ә хәҙер ағастарға ҡара. Унда һинең кеүек бәпес кенә бөрөләр. Һинең кеүек, тиһәм дә, улар һинән дә бәләкәй, яңы ғына тыуған.

Бөртөк ҡупшы керпектәрен "елп-елп” итеп ергә ҡарап торҙо. Тәмле йоҡоларынан күҙҙәрен ыуа-ыуа уянған йәшел күҙле бәпестәргә иҫе китте.

— Ииии генәләрҙе! — тип тотоп ҡына һөйгөһө килде.

— Бөртөк, уларға һин кәрәк.

— Мин?

— Улар асыҡҡан. Һыу кәрәк уларға. Һин тамсы булып яндарына төшһәң, йәшел бәпестәр үҫеп, күтәрелеп китә. Ҡайғырма, юғалмайһың, тик парға әйләнәһең. Шунан һуң һине ҡабат ошонда, Күк әсәйең һәм Болот ҡартатайың янына күтәрермен.

Бөртөк тағы керпектәрен "елп-елп” итте.

— Бөртөк, һин бөгөн ҙур үҫтең. Тамсыға әйләнеү шулай тип атала.

— Боҫҡа әйләнһәм дә ҙур үҫәмме?

— Ууу, унда инде һин еткән ҡыҙ булаһың. Томан тип исемләйҙәр уларҙы. Йә, ризаһыңмы?

Бөртөк үҙен ебәк күлдәк кейгән оҙон толомло Томан итеп күҙ алдына килтерҙе.

Тиҙерәк үҫеп буй еткергеһе килде. Шуға:

— Риза! — тип Ел-егеттең беләгенә ултырып Ергә һикерҙе.

Ә унда, мөлдөрәшеп кенә күҙҙәрен асҡан умырзаялар, бәрхәт бөрөләр, сәпелдеге килеп ямғыр тамсыларын имә ине. Бөртөк нәҙек тояҡлы бер үләнгә төштө.

— Исемең кем, бәпес?

— Бәпкә үлән!

— Ииии, ҡалай исемең үҙеңә тап килә, бәпкә!

Бөртөк "леп-леп” килгән бәләкәсте үҙенең тәмле һуты менән һыйланы, һөйөп-наҙлап туйманы. Бәпкә үлән, үҙе бәләкәй генә булһа ла, бигерәк көслө, сыҙам булып сыҡты. Бөртөк, Томанға әйләнеп, ҡабат күккә күтәрелгән йәйҙә үлән ап-аҡ сәскәләрен болғап оҙатып ҡалды. 

Гөлсимә ИШТАНОВА

Рәссам Виктория ГАПТАРЬ


Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.