Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 4-04-2018, 10:34 | Категория: Авторҙар, Шиғырҙар, Тәржемәләр

Просмотров 20
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2018
Рубрика:Авторҙар, Шиғырҙар, Тәржемәләр
Исеме:Ышан-ышанма
Автор:Душан ДЖУРИШИЧ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

 

Бер саҡ бесәй сысҡандарға

Яҡлау һорап өндәшкән, ти.

Кит, ысынмы?

Булмаҫ, булмаҫ!

Дошмандар көнләшкән, ти!

Бесәй нимә? Ҡара һана,

Серәкәй еккән буйволды!

— Алдама, булмаҫ шул хәтле!

Эйе, булды шул, булды!

Сылбыр тағып йөрөткәндәр

Кит балығын.

Бульварҙа

Арыҫлан морж мыйыҡтарын

Бөҙрәләткән...

— Вульгарҙар!

Тәкә менән кәрт уйнаған

Өйрәк гел отолған, ти.

Ишәк, Әлифбаны алып,

Уҡырға тотонған, ти...

— Дөрөҫмө шул?

— Ысын, ысын!

— Һәй, алдаҡсы!

Алдаҡсы тотолған, ти! 

Душан ДЖУРИШИЧ шиғырҙарын ҡаратаулы теленән башҡортсаға Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар