» » » Тәмлетамаҡтар иле

Баҫылды : 4-04-2018, 10:30 |
Рубрика: Авторҙар / Тәмлекәс / Тәржемәләр
Просмотров: 157
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2018
Рубрика: Авторҙар / Тәмлекәс / Тәржемәләр
Исеме: Тәмлетамаҡтар иле
Автор: Душан ДЖУРИШИЧ
Район:
Ауыл:
Рәссам: Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА

Авторҙар / Тәмлекәс / Тәржемәләр

Тәмлетамаҡтар иле

 

Тәмлетамаҡтар иле

Барҙыр бит һуң Ер йөҙөндә

Тәмлетамаҡтар иле?

Тәмле-татлы ашап-эсеп

Йөрөр ине Ханғәле!

Ағастарҙа үҫә ҡалас,

Аға лимонадтары —

Кәнфит ашап өлгөрөргә

Ауыҙыңды ас бары!

Ләкин тәмлетамаҡтарҙың

Һәпрә икән бөтәһе:

Таҙалыҡ юҡ, бөхтәлек юҡ —

Уларҙан ни көтәһе?

Мәктәптә ялҡауҙар йөрөй,

Уҡымауҙа ярыша.

Яҡшы билдә алмаҫ өсөн

Тиҫкәреләр тырыша.

Эй йүгереп барыр ине,

Төшөп алып иң алдан —

Ханғәле белә шул инде:

Был ил — бары тик ялған.

Душан ДЖУРИШИЧ шиғырҙарын ҡаратаулы теленән башҡортсаға Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.