» » » Ел һәм ҡоштар!

Баҫылды : 6-03-2018, 18:33 |
Рубрика: Әкиәттәр / Хайуандар илендә / Ҡоштар / Ҡырағай йәнлектәр
Просмотров: 291
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 03-2018
Рубрика: Әкиәттәр / Хайуандар илендә / Ҡоштар / Ҡырағай йәнлектәр
Исеме: Ел һәм ҡоштар!
Автор: Нәжиә ИГЕҘЙӘНОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Виктория ГАПТАРЬ

Әкиәттәр / Хайуандар илендә / Ҡоштар / Ҡырағай йәнлектәр

Ел һәм ҡоштар!

Ел һәм ҡоштар!

 (Әкиәт)

Ылыҫлы урманда бер туған ике ҡош йәшәй. Ҡоштарҙың өлкәне йылтыр сөм-ҡара төҫтә. Ә уның һеңлеһе, аҡ менән ҡара төҫ аралашҡаны, ҙурлығы, килеш-килбәте, холоҡ-фиғеле менән өлкәненә ифрат оҡшаған. Туғандар бик татыу булғандар: күктә бергә осҡандар, ерҙә бергә йөрөгәндәр. Икеһе лә Елде яратмаған: «Ҡаршы иҫкәс, осоу ҡыйынлаша. Барыр урынға һуңлайбыҙ», — тиҙәр икән.

Ә Ел тиҙ генә күҙгә күренмәй. Ағас япраҡтарын, үлән-сәскәләрҙе әкрен генә һелкеткәндә, кешеләрҙең биттәрен, сәстәрен иркәләп, наҙлап ҡына һыйпағанда яндарында Ел барлығын беләләр.

Ҡоштар Елдән көлөргә, кәмһетергә ниәтләй.

— Мин дә, һеңлем дә һинән шәберәк осабыҙ! — тип маһайған ҡара Ҡош.

— Эшлекһеҙ! Һөнәрһеҙ! — тигән ала Ҡош. —

Кешеләргә бер файҙаң юҡ!

— Ә һинең кешеләргә ниндәй файҙаң бар? — Ел, оялып, иҫеүҙән туҡтаған.

— Кешеләр ер һөргәндә кәҫтәр аҫтынан ҡорттарҙы, селәүсендәрҙе юҡ итәбеҙ! — Ҡара Ҡош, маҡтанып, суҡышын өҫкә сөйөп ебәргән.

— Нисек «юҡ итәһегеҙ»? — Ел сикһеҙ ғәжәпләнгән.

— Ашайбыҙ! — Ике ҡош дәррәү ҡысҡырған.

Мине һөнәрһеҙ, тип түбәнһеттегеҙ. Әле минең йомшаҡ сағым — һеҙҙе йәлләп әкрен иҫәм. Бындай мәлемдә кешеләр мине «еләҫ ел» тип хөрмәтләй.

Ә бит минең яман саҡтарым да була — бурандарға әйләнәм дә ҡуям.

— Шунан ниндәй исемдәр тағалар? — Ҡоштар һаман көлөшә.

— Ҡарҙы нисек ҡыландырыуыма ҡарап, исемдәрҙең төрлөһөн ҡушалар. Ҡарҙы өйөрөп-өйөрөп уйнатһам, «өйөрмә буран» тиҙәр. Ә инде йә бала илағандай, йә бүре олоғандай тауыштар сығарып, ҡарҙы һис аямай туҙҙырһам, «ыжғыр буран» тигән атама тағалар.

Ҡарҙы һепертке менән саң-туҙан туҙҙырып һепергән һымаҡ уйнатырға тотонһам, «һепертмә буран» тиҙәр. Кешеләрҙең, ағастарҙың — һәммә нәмәнең — өҫтәренә еүеш ҡарҙы йәбештерһәм, «һырғаҡ буран» тигән исемгә лайыҡ булам.

Кешеләрҙең иң ҡурҡҡаны — аҡман-тоҡман. Күҙ асҡыһыҙ итеп ҡарҙы өйөрөлтөп-сөйөрөлтөп осорһам, «аҡман-тоҡман» тигән исем ҡушалар.

Минең дә кешеләргә, тәбиғәткә ярҙамым күп: сәскәләрҙең һәм ағас- ҡыуаҡтарҙың орлоғо булырға, емеш бирергә тейешлеләрен һеркәләндерәм; болоттарҙы ҡыуып килтерәм дә ямғыр яуҙырам. Ә һеҙ мине «һөнәрһеҙ, эшлекһеҙ» тип әрләйһегеҙ.

Ҡоштар, оялып, баштарын эйгән.

— Йә, хәҙер әйтегеҙ, мин ниндәй бурандарға әйләнә алам? — тип һораған еләҫ ел.

— Ғәфү ит, иҫтә ҡалманы. Ят исемдәрең бигерәк күп. Бары «ҡар-р» тигәнең генә хәтергә һеңде. Ҡар-р! Ҡар-р! — ҡоштар бергәләп шулай яуаплаған.

— Эшем күп! Һеҙ ҡар-р-ҡарғалар менән ваҡытымды сарыфланым.

И-и-и, ҡарғалар! — еләҫ Ел, ҡапыл ҡаты итеп иҫкән дә, ҡоштар эргәһенән юғалған.

Уның «ҡарғалар» тигәнен кешеләр һәйбәт ишеткән. Ошо мәлдән бирле ҡара төҫтәге ҡошҡа — «ҡара ҡарға», ә аҡлы-ҡараһына «ала ҡарға» тигән атама таҡҡандар.

Нәжиә ИГЕҘЙӘНОВА

Рәссам Виктория ГАПТАРЬ

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.