Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 6-03-2018, 18:25 | Категория: Тәбиғәт, Йыл миҙгелдәре, Әкиәттәр

Просмотров 146
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2018
Рубрика:Тәбиғәт, Йыл миҙгелдәре, Әкиәттәр
Исеме:Кемдең сәскәләре иң матуры?
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА

Кемдең сәскәләре иң матуры?

(Әкиәт)
Бер заман йыл миҙгелдәре: «Кемдең сәскәләре иң матуры?» — тиеп бәхәсләшеп киткән.
Яҙ үҙенең ялтыр үксәһе менән берҙе туҡылдатҡан икән, ҡар ирегән, йырғанаҡтар аҡҡан. Ер өҫтөн умырзая, үгәй-инә үләне, бәпембә, нәркәс сәскәләре ҡаплап алған.
— Күрҙегеҙме, яҙ сәскәләре ниндәй матур! — тиеп маһайған ул.
— Матур, әлбиттә. Тик ялан сәскәләренә етмәй! — тип ҡаршы төшкән Йәй. Аллы-гөллө яулығын һелкеп ебәргән икән, ҡыңғырау, аҡ сәскәләр, ҡәнәферҙәр, миләүшәләр үҫеп сыҡҡан. Ә бал ҡорттары туҡранбаш, мәтрүшкәнән, зәңгәр сәскәнән һут йыя икән.
Һалҡын көҙ, көнләшеп, әсе елдәрен өрҙөргән. Йәйҙең сәскәләре һулыған да ҡуйған, ти.
— Минең сәскәләрем һеҙҙекенән бер ҙә кәм түгел. Ана, ҡайһылай балҡып ултыралар! — тигән баҡсалағы лилиә, астра, георгин, хризантемаларға күрһәтеп.
Ҡыш урман-ҡырҙарҙы, баҫыуҙарҙы мамыҡтай ап-аҡ ҡар менән тултырған. Үҙе иһә, һәр бер өйҙөң тәҙрә төптәрендә хуш еҫ бөркөп ултырған ҡына гөлө, яран гөлө, орхидея сәскәләренә һоҡлана, ти.
— Минең сәскәләрем һыуыҡҡа ла бирешмәй, бар донъяға нур сәсә! — тип маҡтанған Ҡыш.
Дүрт миҙгел әле һаман да бер-береһен уҙыша алмай, бәхәсләшә икән...
Дуҫтар, әйтегеҙ әле, ниндәй миҙгелдең сәскәләре матур?!
Һеҙ тағы ла ниндәй сәскә исемдәре беләһегеҙ? Әңгәмә ҡороғоҙ!
 Кемдең сәскәләре иң матуры?

Һүҙлек:

умырзая — подснежник
үгәй-инә үләне —мать-и-мачеха
миләүшә — фиалка
туҡранбаш — клевер
мәтрүшкә — душица
яран гөл — герань
тубылғы — таволга
Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара. 
Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА
 
 
 
 
 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар