» » Афарин, Ләйсән!

Баҫылды : 6-03-2018, 16:48 |
Рубрика: Яңылыҡтар
Просмотров: 162
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 03-2018
Рубрика: Яңылыҡтар
Исеме: Афарин, Ләйсән!
Автор: Зөбәржәт ЯҠУПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Яңылыҡтар

Афарин, Ләйсән!

Афарин, Ләйсән! 

Афарин, Ләйсән!
Аҡбуҙат, тәбиғәткә һоҡланып, Учалы яҡтарынан осоп әйләнергә булды. Байрамғол ауылына еткәс, илаһи моң ишетте. Башҡорт халыҡ йыры «Сыңрау торна» бит был! Бер кескәй ҡыҙ башҡара. Аҡбуҙат, ошо моңға эйәреп, ҙур ҡапҡалы йорттоң ишеген шаҡыны.
Ҡурай, ҡумыҙ, гитара, думбыра кеүек музыка ҡоралдарында оҫта уйнаған, бейеү, йыр, шиғыр, әкиәт һөйләүгә маһир Ләйсән Золотареваны тәүгә күрҙе Аҡбуҙат! Үҙе бер оркестр бит! «Рәсәй» каналының «Зәңгәр ҡош» проектында «Урал батыр» эпосынан өҙөк менән сығыш яһап, бар донъяны хайран ҡалдырҙы ул!
Илебеҙҙе һоҡландырған ҡыҙҙың һәләттәре лә һанап бөткөһөҙ: һүрәт төшөрөү, дизайн, гимнастика — барыһын да булдыра. Өйҙә ата-әсәһенә ярҙам итергә лә, мәктәптә яҡшы билдәләргә генә уҡырға ла өлгөрә.
Дүрт йәшендә ауыл сәхнәһенә сығып, ун йәшендә Рәсәй кимәлендә
билдәлелек яулаған Ләйсәнгә яҡты киләсәк, аҡ юлдар теләйек!
Зөбәржәт ЯҠУПОВА.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.