Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  2. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  3. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  4. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  5. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 5-03-2018, 13:40 | Категория: Тәбиғәт 2013/2014 / Йәй / Хикәйәләр / Тыуған илем / Йорт хайуандары

Просмотров 84

Бәрәстәр ҙә һөйләшә икән...

Бәрәстәр ҙә һөйләшә икән...

Ағинәй Мәрйәм Бураҡаеваны 75 йәше менән ҡотлайбыҙ! 
(Хикәйә)
Бәрәстәр ҙә һөйләшә икән...
 Йәй еттеме, Әмилә өләсәһенә килә. Ауылға. Ауылда иркенлек, рәхәтләнеп һыу инәһең, яланға сығып төрлө-төрлө үләндәр йыяһың, ашай торғандары ла бар, киптереп ҡуя торғандары ла. Ә шулай ҙа Әмиләнең иң яратҡаны - көтөү ҡаршылау. Тыңлауһыҙ кәзәләрҙе, тиҙ генә ҡурҡып бара торған һарыҡтарҙы ҡапҡаға ҡыуып индереүе - үҙе бер ҡыҙыҡ. Бөгөн дә көтөүгә ҡаршы сыҡҡайны, көтөүсе ағай:
— Бар өләсәйеңә әйт, кәзәгеҙ бәрәсләгән, ҡаршы барығыҙ. Бөгөн әллә нисә кәзә бер юлы бәрәсләнесе, үҙем күтәреп кенә алып ҡайта ла ҡуя торғайным. Апай, анау Ҡоро йылға буйындағы битләүҙә булырға тейеш һеҙҙеке, — тип, һөйөнсөләп китте көтөүсе. 
— Өләсәй, өләсәй! Кәзә бәрәсләгән тей, әйҙә, тиҙ генә барып алайыҡ, урманда аҙашып ҡала бит, — тип өләсәһен ашыҡтырҙы Әмилә.
— Бөгөн ебәрмәйем, тип ҡарап торҙом инде, юҡ, башҡаларына эйәреп сыҡты ла китте бит, - тип өтәләнде өләсәһе.
— Өләсәй, ә бәрәс аҙашмаймы? Уны бүреләр ашамаймы? — Әмилә туҡтауһыҙ һорау яуҙырҙы.
 Тау битендә бер нисә бәрәс ята. Әмиләләрҙең кәзәһе бәрәсен имеҙеп тора ине. Уныһы бәләкәй генә, йүнләп баҫа ла алмай.
— Әмилә ҡыҙым, ҡара әле, ана тағы бер кәзә баҡырып тора. Абайла әле. Хәҙер баҡырып ебәрә лә, тыңлап тора ул. Шунан бәрәсе яуап бирә. Инә кәзә бәрәсенең тауышы яғына йүгерә. Күрәһеңме? Ә бәрәс бейек үлән араһында күренмәй генә ята. 
— Өләсәй, ә ул ни эшләп бәрәсен ҡалдырып киткән?
— Көтөүҙәге күмәк кәзә-һарыҡтар этәреп ала ла китә шул. Ә кәзә, бәрәсем эйәреп килә икән, тип уйлай. Бер аҙ барғас, ҡараһа, уныһы юҡ. Шунан көтөүҙән айырылып ҡала ла бәрәсен эҙләй башлай.
— Ә нисек таба ул?
— Бына ҡарап тор әле. 
Кәзә бара бирҙе лә тағы баҡырып эбәрҙе. Өҙәләнеп-өҙәләнеп баҡырҙы ла тағы туҡтап тыңлап торҙо. Шул саҡ бәрәсенең тауышы ишетелгәйне, шул яҡҡа йүгерә башланы.
— Өләсәй, әйҙә, бәрәсен алып киләйек, — тине Әмилә, бәрәсте йәлләп...
— Улар үҙҙәре табыша ул.
— Ә нисек табышалар? Һөйләшә белмәйҙәр ҙә инде.
— Әле бына улар үҙ-ара аралашып алды бит. 
— Нисек итеп?
— Баҡырышып. Өн аша. Донъялағы бөтөн йән эйәләре лә бер-береһе менән өн аша йәки тойом аша аралаша.
— Ә кешеләр һөйләшеп табыша.
—Һөйләшеү ҙә өн ул, балам. Тәбиғәттә шулай, бер-береһен өн аша табышһын өсөн, үҙҙәре генә танырлыҡ, табышырлыҡ, ә аҙаҡ ғүмер буйы бер-береһенә тартылып торорлоҡ өн бирелә.
— Кешеләргә лә шулаймы?
— Эйе. Ошо өн һөйләшә торған телгә әйләнгән. Әммә күңелдәрҙе бәйләп торған өнөбөҙ һаҡланған. Бына мин дә, һин дә әсәйеңдең тауышынан таныйбыҙ бит? 
— Эйе.
— Ана шул тауыш өн була ла инде. Ул кешенең туған теленә һалынған. Туған телендә аралашҡан кешеләрҙең күңеле бер-береһенә тартылып тора. Ана шул туған өн йәки туған тел —ул күңел теле була ла инде.
— Ә бына мин рус телендә һөйләшһәм нимә була?
— Минең менәнме?
— Эйе. Һинең менән дә, әсәйем менән дә.
— Рус телендә лә беҙ бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ ул. Башҡа телдәрҙә лә аңлаша алабыҙ.  Тик күңелебеҙ яҡынаймай. Беҙ бер-беребеҙҙе тоймайбыҙ. Ана шул кәзә бәрәсе лә башҡа кәзәләргә яуап бирмәне бит. Беҙҙең кәзәбеҙ ҙә үҙ бәрәсенә туп-тура барған. Уларҙы туған өн табыштырған. Шуға тәбиғәттән һәр кешегә туған өн бирелгән. Ошо өн олатай-өләсәй, атай-әсәй, башҡа туғандар менән яҡынлаштыра, берләштерә, күңелдәрҙе яҡынайта. 
—  Һөйләшеү кешене яҡынайтамы?
— Эйе, балам, туған телдә һөйләшеү яҡынайта. Ә башҡа телдәр беҙҙең өсөн — аралашыу, белем алыу теле, сит илдәргә сығып йөрөгәндә — танышыу теле. Әммә ул — туған өн түгел. Туған тел ул тик туған өндән генә бар була. Күҙгә күренмәй торған нур менән туғанлыҡты бәйләп тора бит ул! Ошо нур өҙөлһә, туғанлыҡ яҡынлығы ла булмай. Шуға ла ер йөҙөндәге бөтөн йән эйәләре лә үҙ өндәрен һаҡлай. 
— Ҡоштар ҙа, ҡуяндар ҙа, бүреләр ҙә...
— Эйе, балам. Әйҙә бәрәсте ошо митҡалға төрәйек тә алып ҡайтайыҡ.
— Ә кәзә?
`— Бына күрерһең, ул ҡайтып еткәнсе баҡыра-баҡыра арттан эйәреп киләсәк.
Ысынлап та, кәзә, туҡтауһыҙ баҡырып, Әмилә менән өләсәһенең артынан килде. Ә Әмилә өләсәһенә туҡтауһыҙ һорауҙар бирҙе. Үҙе белгән бөтөн бөжәктәр, хайуандар, йорт-ҡуралағы һыйыр, ат та ҡалманы — тотош айырым-айырым һорап сыҡты. Уға бөгөн был донъялағы сикһеҙ серҙәрҙең тағы береһе асылды. 

Бәрәстәр ҙә һөйләшә икән...

Мәрйәм БУРАҠАЕВА
Рәссам Сулпан БИЛАЛОВА
03-2018
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар