Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  2. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  3. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  4. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  5. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 16-02-2018, 12:36 | Категория: Тылсымлы һандыҡ » Әкиәттәр

Просмотров 158
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2018
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ » Әкиәттәр
Исеме:ҠАЛДЫ КҮЛЕ
Автор:Урал ҠОЛОШОВ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Урал ҠОЛОШОВ

ҠАЛДЫ КҮЛЕ

ҠАЛДЫ КҮЛЕ

 (Әкиәт)

Борон-борон заманда, шаулап торған урманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай. Уларҙың өс улы булған. Бабай хайуандар телен аңлаған, ҡоштар ҙа уның өсөн генә һайраған, ти. Атлап үткәндә сәскәләр ҙә уға һонолоп үҫеп китә икән. Бик ҡартайғас, уландарын янына саҡырып, тәбиғәткә күрһәтеп, бабай былай тигән: «Васыят итеп һеҙгә ошо матурлыҡты ҡалдырам. Иң ҡәҙерле, иң ҡиммәтле ҡомартҡы ул — тәбиғәт. Уның менән килешеп йәшәһәгеҙ, ысын бәхетте табырһығыҙ! Ҡалғанын аҡыл, йөрәк һәм нәфсегеҙ ҡушыуы буйынса эшләгеҙ! Артабан юлды үҙегеҙгә һайларға тура килер. Тәбиғәтте һаҡлағыҙ, ҡәҙерләгеҙ!»
Улдары аталарының васыятына ҡолаҡ һалмай ғына, үҙҙәренсә тормош көтөп алып киткән, ти. 
Тәбиғәт аталарына алтын-көмөштө йәлләмәй биреп торғанлыҡтан, уландар байлыҡтың «тәмен» белеп үҫкән. Бер көндө улар ер ҡаҙып, хазина эҙләргә тотонған. Бер-береһе менән ярыша-ярыша, бик тәрән итеп соҡор ҡаҙһалар ҙа, бер ни табылмаған. Ахырҙа, хәлдән тайып, йоҡлап киткәндәр. Иртәгәһен соҡорҙо барып ҡараһалар, унда йымылдап, күҙҙе сағылдырып нимәлер ята, ти. Оло ағалары, ҡояш нурҙарына емелдәп ятҡан һыуҙы алтын-көмөш сағылыуылыр, тип уйлап, шунда йүгергән. Сағыу нурҙарҙан һуҡырайған ағаларын ҡустылары туҡтата ла алмаған. Байлыҡ артынан сапҡан беренсе уланға ни булғандыр, бер кем дә белмәй. Бәлки, бөгөнгө көндә байлыҡ, тип, изгелекте лә күрмәй йүгереүселәр ошо кешенең тоҡомонандыр?
Һыу туҡтамай, ҡалҡҡан-ҡалҡҡан да, күп ерҙәрҙе баҫып алған, ти. Үтә күренмәле, бөтә тереклекте үҙенә йәлеп иткән һыуға бөтә йәнлектәр, ҡоштар ылыҡҡан. Һыу йәнлектәре барлыҡҡа килгән. Ағалы-ҡустылы ошо ожмахта артабан тормош көткәндәр. Уртансы улан хайуандарға һунар иткән, балыҡ тотҡан, ҡоштарҙы күпләп аулаған. Ағастарҙы күп итеп ҡырҡып, өйҙәр һалған.
Теге һыу, күтәрелгәндән-күтәрелеп, һалған өйҙәрҙе йотоп, йыйған байлыҡтарын һыу төбөнә алып торған. Уртансы улан, тәбиғәткә асыуланып, емерек өйҙәр урынына яңыларын төҙөгән, хайуандарҙы күберәк ҡырған, әммә байый алмаған. Ә бер көндө ҡомһоҙ ағай бөтөнләйгә юғалған.
Ҡайҙа булғандыр, бары Хоҙайға билдәле. Бәлки, нәфсеһен тыя алмай, тәбиғәтте бысратыусы, бейек- бейек өйҙәр һалдырыусы кешеләр ошо уртансы улан тоҡомонандыр?
Ағалары юғалып бөткәс, иң кесе ҡустылары был ерҙән йыраҡҡараҡ күсеп ултырған. Уның тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашына, һәр бер бөжәктә ниндәйҙер мөғжизә күреүенә ағалары гел көлөп ҡарар булған.
Иң һуңғы улан бер үҙе ҡалғас, һыуҙың йыйылып күл яһауына һоҡланып бөтә алмаған, ҡоштар һайрауына таң ҡалып яр ситендә ултырырға яратҡан. Ҡояштың ярҙың икенсе яғына барып ятыуына ғәжәпләнгән. Тәбиғәт уға көн дә ниндәйҙер серен асҡан. Ағаларынан ҡасып бөткән хайуандар яйлап кире килгән, юҡҡа сыҡҡан матурлыҡ яңынан тергеҙелгән. Изге йөрәге, саф уйҙары өсөн тәбиғәт тә һыуҙың ташыуын туҡтатҡан. Әммә, кешелекте иҫкәртепме, һәр ҡырҡ йыл һайын ошо күл, ташып, ярҙарына кире ҡайта. Халыҡ был күлде «Ҡалды күле» тип йөрөтә икән. Бөгөн беҙҙең арала тәбиғәтте аңлап, уның менән ярашып йәшәгән йомарт, изге күңелле кешеләр, бәлки, кесе уландың нәҫеленәндер?!
Урал ҠОЛОШОВ
Автор һүрәте

(голосов:0)

Оҡшаш материал
ҺЫУҺАР

ҺЫУҺАР

 ...
Комментарийҙар