» » » ЙОМАҠТАР

Баҫылды : 16-02-2018, 11:37 |
Рубрика: Тылсымлы һандыҡ / Йомаҡтар
Просмотров: 207
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 02-2018
Рубрика: Тылсымлы һандыҡ / Йомаҡтар
Исеме: ЙОМАҠТАР
Автор: Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Юлия УСТЮГОВА

Тылсымлы һандыҡ / Йомаҡтар

ЙОМАҠТАР

ЙОМАҠТАР

1.Мең һанат, мең һалдат,

һәр һалдатта мең ҡанат.

2.Ишектән керер, түргә уҙыр.

3.Һәр ер ҡарланған,

Һыуҙар боҙланған,

Уйнай ел-буран —

Был ҡай саҡ, туған?

4.Ҡылансыҡ ҡыҙ ҡырҙа йөрөй,

Ҡыр тауығын ҡыра йөрөй.

5.Йәйен - урманда батша,

Ҡышын - ҡарҙан да аҫта.

6.Йәйен һоро, ҡышын аҡ, уға шулай яҡшыраҡ.

7.Йәшел төҫлө кейемдәрен

Кейеп тора ағайҙар.

Йәйҙәр үтә, көҙҙәр үтә -

Һис бер уны һалмайҙар.

8.Бер нәмә лә тегә белмәй, энәләр тағып йөрөй.

9.Һоролор төҫө, үткерҙер теше?

10.Ҡош түгел — оса, өкөнән ҡурҡа, сәтләүекте ярата, һыҙғырһа, урманды яңғырата.

1. Йомаҡтарҙың яуабын табып, бирелгән кроссвордтарҙы тултыр!

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләне.
Рәссам Юлия УСТЮГОВА
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.