» » » » Ҡышлаусы ҡоштар

Баҫылды : 30-01-2018, 17:46 |
Рубрика: Тәбиғәт 2013/2014 / Ҡыш / Туған тел / Ҡырағай йәнлектәр
Просмотров: 237
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 01-2018
Рубрика: Тәбиғәт 2013/2014 / Ҡыш / Туған тел / Ҡырағай йәнлектәр
Исеме: Ҡышлаусы ҡоштар
Автор: Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Лиана НИҒМӘТЙӘНОВА

Тәбиғәт 2013/2014 / Ҡыш / Туған тел / Ҡырағай йәнлектәр

Ҡышлаусы ҡоштар

Ҡышлаусы ҡоштар

Ғәзиз менән мәктәптә уҡыусы Кәрим ағаһы балалар баҡсаһынан ҡайтып килә. Ҡапыл өйҙәр араһындағы ағаслыҡта һайыҫҡан шыҡырыҡлап осоп китә.
Ғәзиз: Ағай, ҡара, ниндәй ҡош ул?
Кәрим: Һайыҫҡан бит.
Ғәзиз: Тышта һыуыҡ, ул өшөмәй микән? Нишләп йылы яҡҡа осмаған?
Кәрим: Башҡа күп кенә ҡоштар кеүек, һайыҫҡан да ҡышын тыуған яҡты ташлап китмәй. Ҡышлаусы ҡоштар улар.
Ғәзиз: Ә тағы ниндәй ҡышлаусы ҡоштар бар һуң?
Кәрим: Турғай, ҡарабаш турғай, күгәрсен кешеләргә яҡын йәшәй. Төрлө орлоҡтар, бөжәктәр менән туҡлана.
Ғәзиз: Шул ҡоштар ғынамы ни?
Кәрим: Юҡ. Тағы ла ҡыҙылтүш, өкө,ала ҡарға, тумыртҡа, һуйыр, сел дә йылы яҡҡа осмай. Тик уларға ҡыш көнө аҙыҡ табыуы ауырлаша.
Ғәзиз: Беҙ ҡоштарға ярҙам итә алабыҙмы, ағай?
Кәрим: Эйе. Оя ҡороп, тағараҡтар эшләп.
Ғәзиз: Әйҙә, улайһа, өйгә ҡайтҡас тағараҡ яһап ҡуяйыҡ та, ем һалайыҡ!
Кәрим: Ҡоштар беҙгә рәхмәт әйтер!
Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.
Рәссам Лиана НИҒМӘТЙӘНОВА
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.