Авторҙар / Ҡыш / Шиғырҙар / Йыл миҙгелдәре
Мин йәм табам
Зәйнәб БИИШЕВА
Бөгөн ҡояш та бик көләс,
Ҡар ҙа елбәҙәк кенә.
Күк тә зәңгәр. Ҡыш тимәҫһең,
Ел дә тик еләҫ кенә.
Дуҫтарымдың күҙе йондоҙ,
Биттәрендә көн уйнай.
Тыуған ерҙең йәмлелеген
Ҡарай-ҡарай күҙ туймай.
Яңы бәхет, шатлыҡ килә
Яңы йыл менән бергә.
Айға менгән, йыһан гиҙгән
Мөҡәддәс, бөйөк ергә.
Эш башҡарғас, ҡыуаныстан
Йырлай торған йола бар.
Мин йәм табам халҡым һөйгән
Ошо матур йоланан.
АРХИВ ЖУРНАЛОВ