» » » » Тәбиғәттен һәр миҙгеле күркәм

Баҫылды : 4-01-2018, 08:15 |
Рубрика: Тәбиғәт 2013/2014 / Ҡыш / Туған тел / Йыл миҙгелдәре
Просмотров: 184
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 12-2017
Рубрика: Тәбиғәт 2013/2014 / Ҡыш / Туған тел / Йыл миҙгелдәре
Исеме: Тәбиғәттен һәр миҙгеле күркәм
Автор: Миңлегөл ТАЙСИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Тәбиғәт 2013/2014 / Ҡыш / Туған тел / Йыл миҙгелдәре

Тәбиғәттен һәр миҙгеле күркәм

Тәбиғәттен һәр миҙгеле күркәм

Тәбиғәттен һәр миҙгеле күркәм 
Нәзир: Юлай, һиңә ниндәй миҙгел оҡшай?
Юлай: Әлләсе... Дүрт миҙгел дә оҡшай. Йәйгеһен емеш-еләктәр бешә, рәхәтләнеп йылғала һыу инергә мөмкин!
Нәзир: Эйе шул... Ә көҙ көнө баҡсанан мул уңыш йыябыҙ.
Юлай: Яҙғыһын тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уяна... Сыйырсыҡтар ҙа тыуған яҡҡа ҡайта.
Нәзир: Ҡышҡыһын инде бигерәк күңелле! Тауҙан сана шыуабыҙ.
Юлай: Тағы ла саңғыла, конькиҙа йөрөйбөҙ!
Нәзир: Ҡар бабай яһап, ҡар бәрешеп уйнайбыҙ!
Юлай: Иң күңелле байрам — Яңы йыл да ҡыш көнө була бит! Барыбыҙ ҙа уны һағынып көтөп алабыҙ!
Нәзир: Ҡыш бабай төрлө бүләктәр, күстәнәстәр тарата. Яңы йыл байрамында бер бала ла тәмлекәсһеҙ тороп ҡалмай!
Юлай: Һанап китһәң, йылдың һәр миҙгеле үҙенсә матур: ҡыш та, яҙ ҙа, йәй ҙә, көҙ ҙә!
Текст буйынса эш:
1. Ролдәрҙе бүлешеп уҡығыҙ.
2. Һеҙ ниндәй миҙгелде яратаһығыҙ? Шул турала һөйләгеҙ!
3. Ҡайһы илдәрҙә ҡыш миҙгеле юҡ икән? Атай-әсәйҙәрегеҙҙән һорашып, белешегеҙ.
Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

РУБРИКАЛАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.