Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 30-11-2017, 12:02 | Категория: Авторҙар, Йәй

Просмотров 88
"Аҡбуҙат"та баҫылған:11-2017
Рубрика:Авторҙар, Йәй
Исеме:Ал сәскә менән күбәләк
Автор:Йомабикә ИЛЬЯСОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Александр КОСТИН

Ал сәскә менән күбәләк

Йомабикә Ильясова — шағирә, журналист, дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары. Шағирәнең балалар өсөн әкиәттәренән ихласлыҡ, йылы хистәр бөркөлөп тора. Ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ уны! 

Ал сәскә менән күбәләк

Йәшел генә йәйҙә болонда күбәләк тыуҙы. Әйләнә-тирәһендәгематурлыҡҡа иҫе китеп ҡарап торҙо ла осоп китте. Иң тәүҙә ул алһыу ғына,хуш еҫле сәскәгә барып ҡунды.

— Эй, һин кем? Һин нәҡ минең кеүек, — тип тәтелдәне ул сәскәгә.

— Мин — сәскә, һин — күбәләк, — тине сәскә һауалы ғына.

— Ҡанаттарың да минеке кеүек алһыу, тик һинең ҡанаттарың күберәк.Ә һин ни эшләп осмайһың? — тип ныҡышты күбәләк.

— Мин оса алмайым. Ер мине ебәрмәй, — тип уфтанды сәскә.

— Рөхсәт итмәйме? — тип һораны күбәләк.

— Эйе, Ер — минең әсәйем. Унан айырылһам, мин һыуһыҙ, аҙыҡһыҙ кибепүләм.

— Ҡыҙыҡ. Ә һин миңә дуҫ булаһыңмы?

— Булам! — тип таждарын елпелдәтте сәскә.

—Күбәләк сәскәне үбеп алды.

— Ә һин а-а-анау сәскәләрҙе күрәһеңме?

— Күрәм, — тип көлдө сәскә.

— Ә а-а-анау ағастарҙы?

— Күрәм.

— Ә мине? — Күбәләк сәскә тирәләй осоп алды.

— Күрәм.

— Ә һин оса алһаң, мине ҡыуып етер инеңме?

— Етер инем.

— Ярай, мин осоп китәм. Хуш!

— Хуш! — тине сәскә моңһоу ғына.

 

Ал сәскә менән күбәләк

Йомабикә ИЛЬЯСОВА

 

Рәссам Александр КОСТИН

(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар