Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 16-12-2017, 08:10 | Категория: Байрамдар, Көҙ

Просмотров 62
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-17
Рубрика:Байрамдар, Көҙ
Исеме:Уңыш байрамы
Автор:Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Уңыш байрамы 

«Аҡбуҙат» 166-сы башҡорт балалар баҡсаһына «Уңыш байрамына», йәғни «Көҙгө йәрминкә»гә юлланды. Йыр-моңло тамаша, һый-хөрмәт ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. 
Һәләтлеләрҙән-һәләтле «Тамсыҡай»ҙар шиғыр һөйләп, йыр йырлап, хатта бейеп күңел асты. Ә «Күбәләктәр», «Ҡарлуғастар», «Йондоҙсоҡтар», «Ҡояшҡайҙар», «Бал ҡорттары» һәм башҡа төркөмдәр ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре ярҙамында башҡарған ҡул эштәре, бешергән тәмлекәстәре менән уйнап-көлөп, һатыулашып сауҙа иттеләр.
Эйе, эйе, дуҫтарым! Тап шулай булды!
Бөгөн беҙҙең баҡсаға
Көҙ апай үҙе килгән.
Тырыз-тырыз тултырып,
Мул уңышын килтергән.
Ул бешергән бәлештәр,
Бауырһаҡтар, ләүештәр.
Алып килгән салаттар,
Ҡабаҡтарҙан — караптар,
Кәбеҫтәнән — парустар,
Бәрәңгенән — страустар!
Кишерҙәр иһә — төлкө,
Армыты— сәнскәк терпе!
Йүгерегеҙ тиҙерәк,
Тиҙерәк, етеҙерәк!
Бөгөн беҙҙә — йәрминкә!
Уңған төрлө йәшелсә,
Емеш-еләк, алмалар
Тултырығыҙ кәрзингә!
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Уңыш байрамы/ Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА

Уңыш байрамы/ Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА

Бына ниндәй ҙур ҡауындар...
Комментарийҙар