Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  3. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  4. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  5. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 16-12-2017, 06:50 | Категория: Тылсымлы һандыҡ » Әкиәттәр

Просмотров 260
"Аҡбуҙат"та баҫылған:10-17
Рубрика:Тылсымлы һандыҡ » Әкиәттәр
Исеме:Дуҫтар
Автор:Таңсулпан ҒАРИПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Сулпан БИЛАЛОВА

Дуҫтар

Балалар, хәтерегеҙҙәме, журналыбыҙҙың 2016 йылғы 5-се һанында «Ағас ни өсөн һыуҙа батмай?» һәм быйылғы 1-се һанда «Ҡуян менән Терпе — вегетариан» исемле әкиәттәр баҫылғайны? Әйҙәгеҙ, бергәләп дауамын

 (Әкиәт)

Терпе-Тилберкәй йәй буйына әсәһенә булышҡан.

— Ғаилә ишле, ҡустыларың бар. Емеш-еләкте, бәшмәкте күберәк киптерәйек, — тигән әсәһе. —Ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ йыяйыҡ.

— Ә Ҡуян-Ҡустыбай бер ниндәй ҙә аҙыҡ йыймайсы, гел уйнап йөрөй! — тигән Тилберкәй.

— Эш бөткәс, һин дә уйнарһың, — тигән быға ҡаршы әсәһе. — И-и минең үҫкәнем, аппағым-йомшағым!

Ә бер көндө Тилберкәй ағас ботаҡтарынан һары япраҡтар яуғанын шәйләгән.

— Был нимә, әсәй? Япраҡтар ниңә шулай ямғырҙай яуа?

— Көҙ етте, балам! Тиҙҙән Ҡыш бабай килер, ер аҡ юрғанын ябыныр. Бына шул саҡта беҙ йыйған аҙыҡ та кәрәк булыр.

— Ҡышты күргәнем бар...— Тилберкәйҙең шыршы байрамына барып, саҡ утта ҡурылмай ҡалғаны иҫенә төшкән. — Ҡарҙа йөрөүе ныҡ ҡыйын...

— Ҡустыбай дуҫыңды эҙләп тап та, бар һуң, уйнап кил, тик алыҫ китмә, — тигән әсәһе. Тилберкәй шатланып риза булған. Урман буйлап күп тә йүгермәгән, бер ҡуяндың кишер ашап ултырғанын күреп ҡалған.

— Һаумы, Ҡуянҡай! Һин минең дуҫымды, Ҡустыбайҙы, күрмәнеңме?

— Сәләм, Тилберкәй! Дуҫым тигән булаһың, ә үҙең мине таныманың!

— Ғә-ғәфү ит: минең дуҫым бит... аҡ тунлы ине, ә һин... хәс тә минең кеүек...

— Ха-ха-ха! Беҙ, ҡуяндар, бер төрлө генә тунда йәшәй алмайбыҙ шул.

— Ниңә?

— Сөнки беҙ... йыртҡыс түгел. Оноттоңмо ни? Беҙ бит — вегетариан! Ә йыртҡыс кейектәр беҙҙең кеүектәргә һөжүм итеүсән.

— Ә-ә-ә, белдем, һеҙ йәшеренер өсөн кейем алыштыраһығыҙ! Ә кемдәрҙең вегетариан түгел икәнен ҡайҙан беләһегеҙ?

— Уныһын... йәшәй-йәшәй төшөнәһең. Ә һин ҡайҙа юл тоттоң? — Һине эҙләп бара инем.

— Мине?! Ә ниңә?

— Уйнарға. Әсәйем... тиҙҙән ҡар ерҙе ҡаплаясаҡ, ти. Уйнап кил Ҡустыбай менән,ти.

— Һи-и-и...

Дуҫының йөҙөндә шатлыҡ күренмәгәс, Тилберкәй аптырай төшкән:

— Ә һинең уйнағың килмәйме ни?

— Уйнайым да ул... Хәҙер минең икенсе дуҫтарым күп.

— Шу-лай уҡмы? Таныштыр мине лә улар менән!

— Һи-и-и. Улар бит шәп йүгерә! Һинең аяҡтарың ҡыҫҡа, үҙең дә әллә ниндәй... йомороһоң...

— Уҙышмаһаң ни, көс һынашып уйнайыҡ, — тигән быға ҡаршы Тилберкәй. — Мин йәй буйы эшләнем, мускулдарым бына ниндәй!

Ҡустыбай уйлана төшкән. Урман-тау ҡыҙҙырып сабып барған саҡтарында айыу, бүре балаларының көрәшеп уйнағандарын ҡарап торғаны бар былай. Ирмәк инде, берен- бере еңергә тырышалар.

— Әйҙә һуң, — тигән Ҡустыбай. — Минең янға хәҙер бик шәп дуҫым килергә тейеш. Ул килгәнсе көрәшеп ҡарайыҡ...

— Ш-шәп дуҫың? Исеме кем уның?

— Төлкөбай тиҙәр уны! Бына, исмаһам, туны!.. Үҙе йылғыр, шәп йүгерә! Дуҫ булғас, шундай булһын ул! Йә, ярай! Башланыҡмы?

— Һали-һоп! — Ҡустыбай Тилберкәйгә килеп йәбешеүе булған, ҡот осҡос итеп

ҡысҡырып ебәргән. — Ай, минең ҡулдарым! Ай!.. Ҡан аға! Ах, һин яуыз!

— Уй-й-й... — Терпе-Тилберкәй ни хәл ҡылырға белмәгән. — Ғәфү ит инде, дуҫ? Мин бит... үҙем теләп түгел! Тун! Тун шундай минең!

— Кит, кит эргәмдән! Башҡаса беҙ дуҫ түгел! Ул арала былар янына ҡояштай янып торған шыма тунлы ҡупшы бер йәнлек килеп баҫҡан:

— Әй-й! Ниндәй ғауға был? Ҡәҙерле дуҫым Ҡустыбай ниңә илай? Кем рәнйетте һине?

— У-у-ул! — Ҡустыбай Тилберкәйгә төртөп күрһәткән. — Ул яраланы мине! У-у-ул!..

Ә Тилберкәй быларға ҡараған да ҡатҡан: сөнки ул был йылғырҙың күптән түгел генә ниндәйҙер йәнлек балаһына һөжүм иткәнен күргәйне! Бына кем икән Ҡустыбайҙың дуҫы! Тик ул саҡта Тилберкәй уның төлкө затлы икәнен белмәгәйне...

— Ҡана, бир ҡулыңды! Яраңды бәйләйем. У-у, ниндәй тәрән яра! Хатта тәмле... ҡан еҫе килә!

— Ҡустыбай! — тип ҡысҡырып ебәргән Терпе-Тилберкәй. — Ҡас тиҙерәк! Ҡулыңды... — үҙе Төлкөбайҙың Ҡустыбайға килеп төртөлгән моронона тондорған.

Шунан тиҙ генә йомғаҡҡа әйләнгән дә энәләрен тырпайтып, дуҫын кәүҙәһе менән ҡаплаған. — Ҡас, ҡас тиҙерәк, Ҡустыбай! Төлкө — йыртҡыс! Ул һине... ашарға килгән! Ауыҙынан ҡорбаны ысҡынырға торғас, Төлкө лә үҙгәреп киткән:

— Минән ҡасып ҡотола алмаҫһың, ҡылый күҙ! Ләкин эштең ниҙә икәнен аңлап алған Ҡустыбай күҙ асып йомғансы юҡ булған.

Төлкөбай, һеләгәйен ағыҙып, Тилберкәйгә:

— Һиңә лә хөкөм табылыр, күҙле бүкән!

Ах, шул энәләрең! Шулар булмаһа, мин һине ике ҡабып, бер генә йотор ҙа ҡуйыр инем!

Кисен Ҡустыбай Тилберкәйҙең өйөнә үҙе килгән:

— Ғәфү ит, дуҫҡайым, — тигән ул.

— Мин һине хаҡһыҙ рәнйеттем, ә һин мине... үлемдән алып ҡалдың.

— Зарар юҡ, — тигән Тилберкәй.— Дуҫлыҡ бит йәшәй-йәшәй һынала.

Малайҙар, ҡыҙҙар! Ә һеҙ дуҫлыҡты нисек аңлайһығыҙ? Яҡын дуҫтарығыҙ бармы?

 Таңсулпан ҒАРИПОВА

Рәссам Сулпан БИЛАЛОВА
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар