» » » МИН БАШҠОРТ

Баҫылды : 12-10-2017, 10:57 |
Рубрика: Авторҙар / Туған тел
Просмотров: 145
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 08-2017
Рубрика: Авторҙар / Туған тел
Исеме: МИН БАШҠОРТ
Автор: Наилә ХӘМБӘЛИЕВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Азамат ҒАРИПОВ

Авторҙар / Туған тел

МИН БАШҠОРТ

МИН БАШҠОРТ

Тик башҡортса өйҙә һөйләшәбеҙ,

Әсәйем дә, беҙ ҙә — балалар.

Беҙҙең атай шундай тәртип ҡуйҙы,

Йәшәһәк тә бик ҙур ҡалала.

Иртән торғас: "Атай, әсәй!”, — тиеп

Сәләмләйбеҙ, теләп теләктәр.

Күршеләргә «Һаумыһығыҙ!” — тибеҙ,

«Рәхмәт!”, — тибеҙ, алһаҡ бүләктәр.

Башҡорт китаптары кәштә тулы,

Башҡортса күп гәзит-журналдар,

Олатайым беҙгә килгәнендә

Тик башҡортса һуҙа йыр-моңдар.

"Салауаттың беҙ , — ти, — тоҡомдары,

Беҙ — башҡорт!”, — ти минең атайым.

Башҡорт булғаныма күкрәк киреп,

Башым сөйөп, ғорур атлайым!

Наилә ХӘМБӘЛИЕВА

Рәссам Азамат ҒАРИПОВ
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор