Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 10-09-2013, 13:21 | Категория: Рубрикалар » Арҙаҡлы шәхестәр

Просмотров 762
"Аҡбуҙат"та баҫылған:, йыл
Рубрика:Рубрикалар » Арҙаҡлы шәхестәр
Исеме:ИР ҠАНАТЫ АТ БУЛА
Автор:Илүзә ҒӘЙНУЛЛИНА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Азамат Ғарипов
ИР ҠАНАТЫ АТ БУЛА/Илүзә ҒӘЙНУЛЛИНА

Ейәненең ат йәнле икәнен күреп, Ғәйфулла ҡарт:

— Йылҡы малы ир-егеттең иң тоғро дуҫы ул, — тип һүҙ башланы. — Һыбайлылар алдында дошман ҡурҡыуынан бөгөлөп үк төшә. Һуғыш ваҡытында ауыр техника, танктар инә алмаған ҡуйы урман йәки һаҙлыҡтар аша атлы ғәскәр елдереп үтә ине. Кавалерияға йылға аша сығыр өсөн күпер ҙә кәрәк түгел, сөнки аттар шәп йөҙә.

— Ысынмы, үҙең күрҙеңме? — Малайҙың күҙҙәре янып китә.

— Мин һуғыш юлын, Рәфис, легендар 112-се Башҡорт кавалерия сафында үттем. Таһир Кусимов, полкында пулеметсы булдым. Бөгөнгө һымаҡ хәтеремдә. 1943 йылдың сентябрь айы. Беҙҙең полкка Украинаның Неданчичи тигән ауылы эргәһенән беренсе булып Днепрҙы кисеп сығырға һәм икенсе ярҙа плацдарм булдырырға, нығынырға бойороҡ бирелде. Таһир Кусимов, үҙенең полкы менән Тула, Ростов, Чернигов өлкәләрендә дошман ғәскәрҙәрен ҡыуа килеп, күп йылғаларҙы кискән, үҙенең батырлығы, етеҙлеге менән дан алып өлгөргән командир ине. Шуға күрә был ауыр, ләкин маҡтаулы бурыс уға йөкмәтелде. Разведка яһап, кисеү урыны билдәләнгәс, йылға аша сығыуға әҙерлек башланды. Днепрҙың киңлеге был урында 600 метрҙан, ә тәрәнлеге 6 метрҙан да ашыу. Һыу һалҡын, ағымы көслө. Беҙ пулеметтарҙы, ҡоралдарҙы һалдарға, кәмәләргә тейәп, Днепр ҡосағына ташландыҡ. Яраланған, хәлһеҙләнгән, йөҙә белмәгән һалдаттар ҙа кәмәләргә урынлаштырылды. Снарядтар шартлай, пулялар ҡолаҡ төбөнән һыҙғырып үтә. Ярға 15-20 метр тирәһе ҡалғас, Таһир Кусимов ултырған кәмәгә снаряд ярсығы килеп эләкте.

Рәфис, үҙе лә һиҙмәҫтән:

— Шунан? — тип ҡысҡырып ебәрә.

— Ишкәксенең ҡулы ҡаты яраланды. Батмаҫ өсөн кәмәләгеләр йылғаға һикерҙе. Кемдер аттарҙың ялына, ҡойроғона йәбеште. Кусимов та, ауыр кәүҙәһе менән Днепр тулҡындарына ҡаршы көрәшеп йөҙә башланы һәм, күп тә үтмәй, йылғаның уң яҡ ярында ул бәһлеүән һымаҡ баҫып тора ине инде. Бына шулай, улым, аттарҙың йөҙә белеүе арҡаһында күп һалдат ғүмере һаҡлап ҡалынды. Ир ҡанаты ат була, тип юҡҡа ғына йырламайҙар икән шул.

Малай, ғорурланып, яугир олатаһына һыйынды.

Рәссам Азамат Ғарипов
(голосов:0)

Оҡшаш материал
02-2013

02-2013

“Аҡбуҙат” журналының 2-се һанына күҙәтеү...
АЛТЫН БАЛЫҠ/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

АЛТЫН БАЛЫҠ/Зөбәйҙә ИСЛАМОВА

Фәрүәз портфелен яурынына элде лә, ҡулына сәскәләр тотоп,...
Ҡымыҙ / Мәрйәм БУРАҠАЕВА

Ҡымыҙ / Мәрйәм БУРАҠАЕВА

Алыҫтан килгән ҡунаҡты һыуһын менән ҡаршылайбыҙ....
Комментарийҙар