» » » Аҡбуҙ атым, елдереп кил Һин һәр саҡ алдарыма!

Баҫылды : 10-09-2013, 13:00 |
Рубрика: Шиғырҙар / "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана
Просмотров: 1 483
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 10-2010
Рубрика: Шиғырҙар / "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана
Исеме:
Автор: Нәфисә САФИНА
Район: Өфө ҡалаһы
Ауыл:
Рәссам:

Шиғырҙар / "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана

Аҡбуҙ атым, елдереп кил Һин һәр саҡ алдарыма!

Аҡбуҙ атым, елдереп кил Һин һәр саҡ алдарыма!

Ике йәштә ҡулдарыма
Алдым мин “Аҡбуҙат”ты.
Яратам бит ҡарарға
Һыйыр, һарыҡ һәм атты.
Азамат ағай төшөргән
Тауыҡтарҙы, ҡаҙҙарҙы,
Ағастарҙы, сәскәләрҙе,
Шаян малай, ҡыҙҙарҙы.
Һүрәттәргә һоҡланамын,
Әсәй уҡый әкиәт.
Оҡшай миңә йомаҡтар ҙа,
Мәҡәлдәр һәм хикәйә.
Мамыҡ башлы бәпембәне
Өрөп, елгә таратам.
Матур фотолары өсөн
“Бәпембә” не яратам.
“Аҡбуҙат” беҙгә килгәс тә,
Шатланамын. Мин беләм:
Өйрәтә ул күп нәмәгә
Булһын теләгең генә!
Һағынып көтөп аламын
Яратҡан журналымды.
Аҡбуҙ атым, елдереп кил
Һин һәр саҡ алдарыма!
Нәфисә САФИНА.
Өфө ҡалаһы.

Һүрәттә: Аделина МИРҒАЯЗОВА.
Өфө ҡалаһы.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.
  • БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

    Тылсымлы һандыҡ

    БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

    Цитата

    Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

    Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.