Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 8-10-2017, 08:40 | Категория: Тәбиғәт, Йәй, Хикәйәләр

Просмотров 103
"Аҡбуҙат"та баҫылған:08-2017
Рубрика:Тәбиғәт, Йәй, Хикәйәләр
Исеме:БАЛЛЫ ҠАЛАС
Автор:Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Район:
Ауыл:
Рәссам:Рәссам Артур ВАСИЛОВ

БАЛЛЫ ҠАЛАС

 

БАЛЛЫ ҠАЛАС

 

 (Хикәйә)

Нишләп инде ул һаран булһын? Тәмле аҡ ҡаласын,
йәлләмәй, бирҙе бит!..
...Умартасы бабай бер һауыт бал алып килгәйне:
– Быйыл бал ҡорттары күп ҡырылды, шуға бал да әҙ булыр инде. – тине.
– Ә ниңә улар ҡырылдылар? – тип һораны Тәслимә.
– Сит яҡтарҙан ниндәйҙер уҫал ҡорттар килеп баҫып алды, шулар менән һуғышып һәләк булалар шул, ҡыҙым, – тине умартасы бабай. Тәслимәнең күҙ алдына бәләкәс кенә һөңгө тотҡан батыр бөжәктәр килде. Улар сәскәләрҙең һутын сит-яттарҙан һаҡлай.
Бына шул балды аҡ ҡалас телеменә мул итеп яғып, апаһы Тәслимәгә тотторҙо.
Әсәһе:
– Бар, урамда уйнап тор. Ә беҙ баҡсаға картуф ҡаҙырға сығабыҙ, – тине. – Аҙаҡ
баллап сәй эсербеҙ.
Фәнүр ағаһы менән Таңһылыу апаһы ҡул араһына ингән инде. Тәслимә ҡасан инер икән ата-әсәһенең ҡул араһына? Быны ул белмәй. Тәмле ҡаласын тотоп, урамға сыҡты, ә ағаһы ишекте бикләп ҡуйҙы. Кеше-фәлән килһә, баҡсанан эҙләһен, йәнәһе.
Баллы ҡалас урамда бөтәһенә лә оҡшап ҡалды. Күңелле итеп баҫтырыш та, ҡасҡалаҡ та уйнанылар. Зәңгәр күк йөҙөндә аҡ ҡалас кеүек ялтырап торған Айға ҡарап та һамаҡланылар:
– Ай, Ай, ҡайҙа һинең тәтәйең? Бына минең тәтәйем!
Ҡулдарындағы сөйәлдәрен шулай имләнеләр. Уйнап арығас, ҡыҙыҡайҙарҙың ҙурырағы Лилиә:
– Тәслимә, бар, тағы ҡалас алып сыҡ! – тип үтенде. Ҡыҙ, ишектең бикле икәнен уйлап, ыҡ-мыҡ иткәнсе, көлөп тә ебәрҙе:
– Нимә, әллә һаранланаһыңмы? Башҡаларға етә ҡалды. "Һаран, һаран!” – тип үсекләргә тотондолар.
– Мин... юҡ, мин һаран түгел!.. – Тәслимә илар сиккә етте. – Белгегеҙ килһә, беҙҙә бал – бер һауыт!
Эреле-ваҡлы бала-саға тәгәрәп уйнаған йәшел сиҙәм өҫтөндә һиллек урынлашты. Эскәмйәлә ултырған Лилиә яй ғына тороп баҫты, ә бәләкәсерәктәр, киреһенсә, эскәмйәгә үрмәләне.
– Ба-ал? Ә ҡалас бармы?
– Бар. Әсәйем бая ғына мейестән сығарҙы, күп!
– Алып сығаһыңмы һуң? Тәслимә, ишек бикле шул, тигән ҡиәфәттә ҡулдарын йәйҙе.
– Асҡыстың ҡайҙа икәнен беләһеңме?
– Беләм дә ул...
– Белгәс, әйҙә, – тип Лилиә ҡапҡанан эскә инде. Арттарынан бөтә бала-саға эйәрҙе.
Асҡыс табылыуын-табылды ла, йоҙаҡҡа Тәслимәнең буйы етмәй шул! Лилиә лә, күпме һуҙылһа ла, аса алманы. Йоҙаҡ тыңламай ҙа ҡуя. Булаша торғас, йоҙаҡтың бөтөнләй бикле түгел икәнен аңғарҙылар. Шул саҡ Тәслимәнең иҫенә төштө: ағаһы бит, солан ишеген эстән элә лә, өй тәҙрәһе аша сыға. Тик был – сер. Уны әйтергә ярамай. Әлегә тиклем өндәшмәгән Рәзинә лә телгә килде:
– Келәне эстән асырға кәрәк! Тәҙрәнән инеп!
Тәслимә "аһ” итте:
– Ҡайҙан белдең?
– Беләм. Беҙ ҙә шулай итәбеҙ! – Яуапты көтөп тә тормай, Рәзинә бер тәҙрәне асып,
эскә үрмәләне. Тәслимә лә – уның артынан. Соланға сығып келәне астылар.
Шау-гөр килеп өйгә уҡталдылар:
– Ҡайҙа бал?
Тәслимә шкафҡа күрһәтте.
Баллы банка өҫтәлгә ”ҡунды”. Аҡ ҡаластар теленде. Был яуаплы эште Лилиә башҡарҙы. Бәләкәстәргә бысаҡ тоттора алмай бит инде. Һәр балаға етерлек итеп ҡырҡылған ҡалас телемдәренә ҡалын итеп бал яғылды.”Сиреү” тантана итте. Балы ағып төшә башлаған телемдәрен юғары күтәреп, берәм-берәм урамға атылдылар.
Тәслимә лә уларҙан ҡалышманы.
Эй елдерҙеләр ҡаласлы ҡыҙыҡайҙар ауыл урамы буйлатып! Түбән остан – юғары осҡа, ҡаластарын бер-ике генә ҡабып өлгөрәләр! Туҡтап әҙ генә ҡапҡылайҙар ҙа, ауыҙҙарындағын сәйнәргә лә онотоп, тағы тороп йүгерәләр. Ниңә, тиһегеҙме? Һуң, уларҙың табышын бүлешергә теләүсе ҡанатлы бөжәктәр арҡаһында инде! Кемдәр ул, тиһегеҙме? Кемдәр түгел, нимәләр! Һуң, шул безелдәп сәс араһына инеп, осло ҡаяуҙарын батырыусы ҡанатлы бөжәктәр инде! Аһ, тағы сағалар! Шәберәк йүгерегеҙ! Нимәләр булһын! Бал ҡорттары инде! Үҙҙәренең балын урлағандар, тип уйлайҙармы икән әллә. Ниңә өлкәндәрҙән һорамай алдығыҙ, тип ҡанығалармы икән! Белмәй, тиһеңме ни уларҙы, белә улар бөтәһен дә. Ана, тағы осоп килделәр, ҡасығыҙ! Теге уҫал ҡорттарҙыр был!
                                                БАЛЛЫ ҠАЛАС
Татлы ҡаластарын яйлап ашау насип булманы. Ҡарһаланып, урттарына тултырып, бер юлы һоғондолар ҙа ҡуйҙылар. Эңер төшкәнсе уйнау ҡайғыһы ла бөттө. Кемдең ауыҙы-күҙе, кемдең ҡулы шешеп сыҡты. Кис ауышҡас, таралыша башланылар. Ҡорттан сағылып бите ҡабарған Лилиә-командир, белекле төҫ менән:
– Һин әле ҡабаланма. Мин ҡарап киләйем, – тип, Тәслимәләрҙең өйөнә табан ыңғайлағайны, ҡабат йүгереп килде. – Тәслимә, ҡас! Ағайың хәҙер кәрәгеңде бирә! Ана, апайың да йоҙроҡ күрһәтә.
Ҡайҙа ҡасһын Тәслимә? Барыбер өйгә ҡайтырға. Ҡыҙыҡай, башын эйеп, алға атланы. Фәнүр ағаһы уны көтөп тора ине. Етәкләп өйгә алып инде. Унда Таңһылыу апаһы өҫтәлдәге, иҙәндәге икмәк ыуалсыҡтарын, һәр ергә буялған бал тамсыларын һөртөп, йүгерекләп йөрөп, таҙарта ине.
– Кемдәр инде икән бында, һин күрмәнеңме? Ишектәр ҙә шар асыҡ ҡалған, – тип ҡаршыланы ул һеңлеһен.
– Күрҙем. Беҙ ҡыҙыҡайҙар менән индек.
– Нисек индегеҙ?
– Мин индерҙем. Тәҙрәнән.
Ағаһы менән апаһы бәләкәстәрҙең был ҡылығына шаҡ ҡатты. Картуф сығарып талсыҡҡандар, йөҙҙәре ҡарағусҡылланып киткән.
– Бар, әсәйҙе бал менән сәй эсергә саҡыр! – Тәслимә, күҙенең сите менән һауыттың төбөндә генә ҡалған гәрәбә төҫөндәге балды күреп, оятынан ҡайҙа инеп китергә белмәй тора. – Бар, бар әсәйҙе сәйгә саҡыр!
Тәслимә аяҡ аҫтындағы сәскәләрҙе лә күрмәй атланы. Көҙгө үләндәр уның итәгенән эләктереп тартҡандай булһа ла, ҡараманы. Шул мәлдә генә барып етте уның башына үҙ ғәйебе. Әсәһе картуф өйөмө янында бүлбеләрҙе биҙрәләргә тултыра ине.
"Әсәй, әсәкәйем, әрләмә инде мине. Һаран булғым килмәне бит. Башҡа бер ваҡытта ла улайтмам”, – тигән һүҙҙәрен эсенән генә ҡабатланы. Картуф өйөмө ҙур ине. Әсәһе оҙаҡ ҡына уны әүеш-теүеш килтереп, бәрәңгенең эреһен – эрегә, вағын ваҡҡа бүлеп айырҙы, биҙрәләргә һалып, тоҡҡа тултырҙы.
Исмаһам, берәй һүҙ өндәшһәсе! Тәслимә, әрләнеүен көтөп, киске эңергә хәтлем ултырҙы. Бер ваҡыт әсәһе:
– Тултыр, ҡыҙым, тултыр бәрәңгеләрҙе биҙрәгә, – тине.

БАЛЛЫ ҠАЛАС

Эй рәхәт булып китте ҡыҙыҡайға! Ҡулынан килгән эш менән әсәһен ҡыуандырырға тырышты.
– Әсәй, мин дә ҡул араһына индемме? – тигән була үҙе. Был көн, шулайтып, иҫән- аман үтте. Тәслимәнең ғүмерлеккә хәтерендә ҡаласаҡ әле ул. Ә тулған Ай, күктән шаян ғына ҡарап: "Йә, сөйәлеңде, тәтәйеңде, миңә бирәһеңме?” – тип күҙ ҡыҫа ине.
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Рәссам Артур ВАСИЛОВ
(голосов:0)

Оҡшаш материал
БОҘ АТ

БОҘ АТ

 ...
Комментарийҙар