Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
  2. ҠАЛДЫ КҮЛЕ

    image
    ҠАЛДЫ КҮЛЕ
  3. Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа

    image
    Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
  4. Дуҫтар

    image
    Дуҫтар
  5. Ҡояшты кем ҡабыҙа?

    image
    Ҡояшты кем ҡабыҙа?
  6. Дуҫ йәнлектәр

    image
    Дуҫ йәнлектәр
Баҫылды : 7-10-2017, 12:35 | Категория: Журнал тураһында, "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана

Просмотров 42

"Аҡбуҙат”, мин һине яратам!

 "Аҡбуҙат”, мин һине яратам!

Красноусол башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡыусылары "Аҡбуҙат” журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәрен бик ихлас ҡаршыланы. Уҡытыусылары Гөлшат Вәлиева ойошторған был осрашыуҙа балалар туған телдә матур-матур шиғырҙар ятланы, күңелле йырҙар йырланы. Бейеүсе малай-ҡыҙҙар оҫта итеп бейеп, барыһын да таң ҡалдырҙы. Гимназистар ижади эш менән дә бик теләп шөғөлләнәләр, шиғыр һәм әкиәттәр яҙалар. 

Баш мөхәррир Тамара Юлдашева "Аҡбуҙат” журналы менән яҡындан таныштырып, балалар баҫмаһы, шиғриәттураһында һөйләне, әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Айнар Байбулатовтың ҡыҙыҡлы викторина һорауҙарына балалар дәррәү яуап бирҙе. Миңлегөл Тайсина, кисәне ойошторған беренсе уҡытыусыһы Гөлшат Әкрәм ҡыҙына оло рәхмәтен белдереп, баласаҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Гимназия уҡыусылары "Аҡбуҙат”ҡа теләктәр, хаттар, һүрәттәр менән тулы серле ҡумта әҙерләгән. Ә 3-сө "А” класы иһә Аҡбуҙат һындары һәм значоктары бүләк итте. Тамара Ишбулды ҡыҙы ла уҡыу алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары һәм китаптар тапшырҙы.

Миңлегөл МӘҮЛИМБИРҘИЕВА.

Ғафури районы.

(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар