Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт

    image
    Ер һәм Ҡояш тураһында әкиәт
  2. СЫБАР ТАУЫҠ

    image
    СЫБАР ТАУЫҠ
  3. Бөртөк

    image
    Бөртөк
  4. Ел һәм ҡоштар!

    image
    Ел һәм ҡоштар!
  5. Кемдең сәскәләре иң матуры?

    image
    Кемдең сәскәләре иң матуры?
  6. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
Баҫылды : 7-10-2017, 10:46 | Категория: Журнал тураһында, "Аҡбуҙат"ҡа бағышлана

Просмотров 90

"Аҡбуҙат”, мин һине яратам!

"Аҡбуҙат”, мин һине яратам!

Красноусол башҡорт гимназияһының башланғыс класс уҡыусылары "Аҡбуҙат” журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәрен бик ихлас ҡаршыланы. Уҡытыусылары Гөлшат Вәлиеваойошторған был осрашыуҙа балалар туған телдә матур-матур шиғырҙар ятланы, күңелле йырҙар йырланы. Бейеүсемалай-ҡыҙҙар оҫта итеп бейеп, барыһын да таң ҡалдырҙы. Гимназистар ижади эш менән дә бик теләп шөғөлләнәләр, шиғыр һәм әкиәттәр яҙалар.
Баш мөхәррир Тамара Юлдашева "Аҡбуҙат” журналы менән яҡындан таныштырып, балалар баҫмаһы, шиғриәттураһында һөйләне, әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. Айнар Байбулатовтың ҡыҙыҡлы викторина һорауҙарына балалар дәррәү яуап бирҙе. Миңлегөл Тайсина, кисәне ойошторған беренсе уҡытыусыһы Гөлшат Әкрәм ҡыҙына оло рәхмәтен белдереп, баласаҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Гимназия уҡыусылары "Аҡбуҙат”ҡа теләктәр, хаттар, һүрәттәр менән тулы серле ҡумта әҙерләгән. Ә 3-сө "А” класы иһә Аҡбуҙат һындары һәм значоктары бүләк итте. Тамара Ишбулды ҡыҙы ла уҡыу алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары һәм китаптар тапшырҙы.
Миңлегөл МӘҮЛИМБИРҘИЕВА.
Ғафури районы.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
01-2013

01-2013

...
Комментарийҙар