Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  2. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  3. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  4. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  5. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
  6. Терпе - малай

    image
    Терпе - малай
Баҫылды : 1-07-2017, 19:20 | Категория: Әкиәттәр, Бәпембә

Просмотров 433
"Аҡбуҙат"та баҫылған:07-2017
Рубрика:Әкиәттәр, Бәпембә
Исеме:Ҡанун менән Ҡарун
Автор:Алтынай БАЙБУЛАТОВА
Район:Өфө ҡалаһы
Ауыл:
Рәссам:Артур Василов

Ҡанун менән Ҡарун

Ҡанун менән Ҡарун
Борон-борон заманда, кәзә командир, әтәс әфисәр, һайыҫҡан үрәтник булған саҡта, йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың өйө Урал тауы итәгендәге мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында булған. Аяҡ аҫтында ғына балыҡтар һикереп уйнаған күле йәйрәп ятҡан. Эргәләге тау-ҡырҙар емеш-еләккә лә, кейек-йәнлектәргә лә бай икән. Шуға күрә әбей менән бабай тәбиғәт биргән байлыҡты йыйып көн иткән.
Үҙ тормоштарынан бик ҡәнәғәт булып, барына шөкөр итеп йәшәгәндәр. Әммә олоғая килә: «Ҡарт көнөбөҙҙә беҙҙе кем ҡарар?» — тип ҡайғыра башлағандар. Хоҙайҙан үтенеп бала һорағандар, әммә уларҙың сабыйҙары булмаған. Шулай бер көн әбей емештән, бабай һунарҙан ҡайтып килһә, өй янындағы мөһабәт ҡарағаста ағастан үрелгән сәңгелдәк эленеп тора икән. Ә бишектә бер түгел ике ир бала ята, ти.
Әбей менән бабай малайҙарға яратып Ҡанун менән Ҡарун тип исем биргән. Улар ай үҫәһен көн, йыл үҫәһен ай үҫеп, күҙ менән ҡаш араһында буй еткергән. Ҡанун ғәҙел, тырыш, уңған, илһөйәр, баһадир булып үҫкән, ти. Ә бына Ҡарун һәр саҡ үҙ яғын ғына ҡайғыртып торған, бик хәйләкәр, һаран, ялҡау булған.
Бер көн шулай илгә ҡурҡыныс янауы, туғыҙ башлы дейеү һөжүм итәсәге хаҡында мәғлүм булған. Ҡанун менән Ҡарун дошманға ҡаршы барырға хәл иткәндәр. Бабай ҡылыс яһап, уҡ-ян эшләп биргән, әбей төйөнсөк менән ризыҡ әҙерләгән. Ике егет Талҡаҫ, Яҡтыкүл, Асылыкүл тигән күлдәрҙе үткәндәр, бик күп йылғаны кисеп, тауҙар артылып дейеүҙең өңөнә килеп еткәндәр.
Дейеү өңөнән көн менән төн алышынған саҡта ғына сыға икән. Егеттәр ошо мәлде көтөргә булған. Тик ваҡыт етһә, Ҡарун берәй сәбәбен табып бармай ҡала икән. Ҡанун туғанын бер-ике көн көткән дә дейеүгә ҡаршы үҙе генә киткән. Ултыра, ти, ҡыуаҡ төбөндә ҡарауыллап. Бер заман таштар ҡойола, ер һелкенә башлаған. Ояһынан дейеү килеп сыҡҡан. Ҡанун ҡылыс алып аждаһаға ҡаршы ташланған. Ә дейеү бирешмәй ут сәсә, ти. Егеттең ҡылысы һынып, хәле бөтөп йығылған. Шунда ла Ҡанун бирешмәгән, уҡ-һаҙағынан тоҫҡап дейеүгә атҡан.
Ҡаты алышта дейеүҙе еңеп, Ҡанун туғаны янына килһә, ул ризыҡты ашап бөтөп, йоҡлап ята, ти. Егеттең бик асыуы килгән, шулай ҙа туғанын уятып алып ҡайтырға булған. Улар тәүҙә дейеүҙең өңөнә инеп сығырға булғандар. Уның эсе тулы байлыҡ, ти. Ҡарун шунда йәшәргә ҡалған. Әммә өҫтөнә мәмерйә ташы емерелеп төшөп, һәләк булған. Ә Ҡанун көсө еткәнсә байлыҡ тейәп, ҡайтырға сыҡҡан. Юл буйы кешеләргә алтын тәңкәләрҙе өләшеп барған. Халыҡты дуҫ-татыу йәшәргә өндәгән, ярҙамсыл, ғәҙел, намыҫлы булығыҙ, тип өйрәткән. Оҙон толомло һылыу башҡорт ҡыҙын осратып, кәләш итеп алған. Ҡанундың тыуған яғына ҡайтып, ҡартайғансы татыу ғүмер иткәндәр, ти. Кешеләр ҙә Ҡанундың әйткәненсә  йәшәй башлаған. Шул ваҡыттан алып тормош закондары «ҡанун» тип йөрөтөлә, ти. Ә һаран, ҡомһоҙ кешеләрҙе «ҡарун» тип атайҙар икән.
Алтынай БАЙБУЛАТОВА, 6-сы класс.
Өфө ҡалаһы.
 
07-2017
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар