» » » Ҡартатайҙың бал ҡорттары

Баҫылды : 1-07-2017, 17:10 |
Рубрика: Йәй / Минең ғаиләм / Бөжәктәр
Просмотров: 155
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 07-2017
Рубрика: Йәй / Минең ғаиләм / Бөжәктәр
Исеме: Ҡартатайҙың бал ҡорттары
Автор: Миңлегөл Тайсина
Район:
Ауыл:
Рәссам: Ирина Әхмәҙуллина

Йәй / Минең ғаиләм / Бөжәктәр

Ҡартатайҙың бал ҡорттары

Ҡартатайҙың бал ҡорттары

 

Миңлегөл Тайсина
Ҡартатайҙың бал ҡорттары
 
Ҡартатайым кеүек эшсән,
Егәрле бал ҡорттары.
Шуға күрә иртә таңдан
Гөжләп тора йорттары.
Күнәк, силәктәре менән
Һәр береһе, ярышып,
Һутлы бал ташый көн буйы
Кәрәҙҙәргә тырышып.
Ҡартатайым бал ҡортоноң
Умартаһын таҙарта,
Ә һуңынан барыбыҙға
Кәрәҙле бал тарата.
Тиҙерәк ауыҙ итәйек,
Балдың сихәте күсһен!
Ҡартатайҙың ейәндәре
Кескәй бал ҡорттары кеүек
Бик уңған булып үҫһен!
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.