«Һаумы, һаумы, әкиәт!» » Журнал

Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  3. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  4. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  5. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  6. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
Баҫылды : 13-06-2017, 17:02 | Категория: Яңылыҡтар

Просмотров 253
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2017
Рубрика:Яңылыҡтар
Исеме:«Һаумы, һаумы, әкиәт!»
Автор:Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:
 «Һаумы, һаумы, әкиәт!»

«Һаумы, һаумы, әкиәт!»

 

Өфөлә һигеҙенсе тапҡыр бөтә донъя халыҡтары әкиәттәрен яттан һөйләү буйынса «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсының гала-концерты үтте. Башҡорт, татар, урыҫ, үзбәк, ҡырғыҙ, дағстан, эскимос, албан, итальян әкиәттәре буйынса «Йәш әртистәр» араһында бәйге ойошторолдо. Улар һүҙ оҫталығында — тасуири һөйләүҙә, өндәрҙе дөрөҫ әйтеүҙә, маһирлыҡта, сәхнә һәм өҫ кейемдәре биҙәлешендә лә көс һынаны. Гран-приға 166-сы башҡорт балалар баҡсаһынан 3 йәшлек Нургиз Ғәлиәстанов лайыҡ булды. М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы Нурсилә Фазлетдинова, шулай уҡ 75-се  «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһы һәм 122-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары еңеүселәр тип табылды. Һәр бер конкурсант дипломға һәм төрлө бүләктәргә эйә булды.
 
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар