Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  2. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  3. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  4. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  5. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
  6. Һаумы, һаумы, әкиәт!

    image
    Һаумы, һаумы, әкиәт!
Баҫылды : 2-06-2017, 13:50 | Категория: Конкурстар / Бәпембә-2017

Просмотров 260
"Аҡбуҙат"та баҫылған:06-2017
Рубрика:Конкурстар / Бәпембә-2017
Исеме:
Автор:
Район:Асҡын
Ауыл:Сураш
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА

БАЛАЛАР ШИҒРИӘТЕ ФЕСТИВАЛЕ

 

Йәмле йәй етте,
Көндәр йылытты.
Ҡояш ҡыҙҙыра,
Тынды ҡыуыра.
Йөҙөп йылғала,
Йәйеп ҡоласты,
Ниндәй һуң рәхәт
Гиҙеп Сарсты.
Урман-ҡырҙарҙа
Еләк йыябыҙ.
Йәйҙең бар йәмен
Шунда тоябыҙ.
Дилназ ҒАЙСИНА,
6-сы класс уҡыусыһы.

БАЛАЛАР ШИҒРИӘТЕ ФЕСТИВАЛЕ

 

 
Иртүк тороп Ҡояш апай
Офоҡ ситтәрен нурлай.
Арымай ҙа, һис тик тормай,
Бөтә Йыһанды урай.
Киң күңелле Ҡояш апай
Һәр кемгә тигеҙ ҡарай.
Ә кисен уны офоҡта,
Тәмле төштәр менән бергә,
Көтә ҙур Болот-һарай!
 Зарина НАСРЕТДИНОВА,
6-сы класс уҡыусыһы.
 

БАЛАЛАР ШИҒРИӘТЕ ФЕСТИВАЛЕ

 

Батыр йөрәк, ҡупым әтәс,
Ҡыҙыл тараҡ, мәрйен сәс,
Күлдәгең ниндәй затлы,
Алһыу һаҡалың ҡатлы!
Таң алдынан уянып
Ярһып ҡанат ҡағаһың,
Өй алдарын йәмләндереп,
Ауылға моң һалаһың .
Тауыҡтарыңды таратмай,
Себештәрҙе һанайһың.
«Батша»лай, ситән башынан,
Төйлөгәнде ҡарайһың!
 

БАЛАЛАР ШИҒРИӘТЕ ФЕСТИВАЛЕ

Ер йөҙөндә ауылдар күп,
Ҡәҙерлелер һәммәһе .
Беҙҙең ауыл минең өсөн
Иң матуры, иң шәбе.
Тирә-яғы – бейек тауҙар,
Үҫә гөлдәр, сәскәләр.
Ауылымдың уртаһынан
Аға сылтыр шишмәләр.
Азалия ҒАЙСИНА,
6-сы класс уҡыусыһы.
 

БАЛАЛАР ШИҒРИӘТЕ ФЕСТИВАЛЕ

Һалҡын аҡ ҡышты

Күптән оноттоҡ.
Ҡар һыуҙарын да
Алыҫ оҙаттыҡ.
Биттәрҙе һөйөп,
Йомшаҡ ел иҫте.
Күктәр күкрәгәс,
Еләктәр беште.
Тауға менәбеҙ,
Еләк йыябыҙ.
Йыйған еләктән
Ҡаҡтар ҡоябыҙ.
Гөлдәр ӘХМӘҘИНУРОВА,
8-се класс уҡыусыһы.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
{related-news}
Комментарийҙар