» » » Әйҙә, йырлайыҡ, илде нурлайыҡ!

Баҫылды : 1-06-2017, 13:45 |
Рубрика: Рубрикалар / Ҡотлауҙар
Просмотров: 226
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 06-2017
Рубрика: Рубрикалар / Ҡотлауҙар
Исеме: Әйҙә, йырлайыҡ, илде нурлайыҡ!
Автор: Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Район:
Ауыл:
Рәссам: Сулпан БИЛАЛОВА

Рубрикалар / Ҡотлауҙар

Әйҙә, йырлайыҡ, илде нурлайыҡ!

Әйҙә, йырлайыҡ, илде нурлайыҡ!

 

 
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
Әйҙә, йырлайыҡ, илде нурлайыҡ!
(Хикәйә)
Гөлдәр уянғас та сәғәткә ҡараны. Атаһы менән әсәһе гелән шулай итә бит. Улар һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға. Өйҙән — эшкә, эштән — өйгә. Ҡайтып инһәләр, баҡсала — йәшелсә, еләк-емеш, аҙбарҙа һыйыр, һарыҡтар көтә уларҙы. Көн эсендә әллә күпме ергә өлгөрөргә, тырыш, егәрле булырға кәрәк, ти әсәһе. Тик бына Гөлдәр менән китап уҡырға ваҡыттары етмәй ҙә ҡуя.
— Минең китап уҡығым килә, — тине ул бер ваҡыт әсәһенә.
— Башта хәреф танырға өйрән әле, — булды яуап.
Был һөйләшеүҙән һуң Гөлдәр уйға ҡалды. Гәзит уҡып ултырған атаһы янына килде лә:
— Атай, ә нисек итеп хәрефте таныйҙар ул? — тип һораны.
Атаһы уны күтәреп алдына ултыртты:
— Бына, ҡара әле, был хәреф — "Б", ә быныһы — "А".
— Ə быныһы?
—Быныһы — "Ш". — Атаһы гәзиттең иң өҫтөндә яҙылған һүҙҙәге бөтә хәрефтәрҙе лә атап сыҡты. — Бөтәһен дә бергә ҡушып уҡыһаң, беләһеңме, ниндәй һүҙ килеп сыға?
— Юҡ, — тине Гөлдәр, күҙҙәрен түңәрәкләндереп.
—"Башҡортостан" була, ҡыҙым! Республикабыҙҙың иң төп гәзите ул. Уға ошо көндәрҙә 100 йәш тула! Илдә нимә барғанын шунан уҡып беләм мин.
Был мөғжизә Гөлдәрҙе таң ҡалдырҙы. Яп-ябай хәрефтәргә шундай ҙур мәғәнә һыйған! Артабан ул гелән: "Ə был ниндәй хәреф?" — тип һорашып йөрөр булып китте. Ə бөгөн Гөлдәр өйҙә бер үҙе. Ҙур ҡыҙыҡай инде ул — дүртенсе йәше менән китте. Ауылда балалар баҡсаһы юҡ, ә әсәһе бөгөн үҙе менән эшкә алманы. "Йоҡоң туйғансы йоҡла", — тине.
Күпме йоҡларға була? Гөлдәр атаһының гәзитенә үрелде. Таныш хәрефтәрен барланы. Шул саҡ хәрефтәр, бергә етәкләшеп, йылмайышҡандай тойолоп китте. Бәй, әллә ҡулға-ҡул тотоноп бейейҙәр инде? Гөлдәр етәкләшкән хәрефтәрҙе ҡушып уҡып ҡараны ла ғәжәп итте. Һүҙ килеп сыға ла баһа! Был уйын бик ҡыҙыҡ тойолдо ҡыҙыҡайға. Гәзит буйлап яңы һүҙҙәр эҙләргә тотондо. Иң өҫтә — ҙур хәрефтәр менән "Башҡортостан" тип яҙылған. Эйе шул, атаһы ла әйткәйне бит! Ə быныһы ниндәй тигеҙ генә ҡыҫҡа юлдар? Тырыша торғас, Гөлдәр былай тип уҡыны:
Əйҙә, йырлайыҡ,
Илде нурлайыҡ!
—Əйҙә, йырлайыҡ, илде нурлайыҡ! — тип, ҡулдарын йәйеп әйләнде ҡыҙыҡай. Əйләнә торғас, тотош шиғыр ятланды ла ҡуйҙы!
Ата-әсәһе эштән, апай-ағайҙары мәктәптән ҡайтҡас, Гөлдәр уларға шиғырҙы һөйләп күрһәтте. Бөтәһе лә "аһ" итте.
— Кем өйрәтте? Ҡайҙан алдың?
Гөлдәр йүгертеп "Башҡортостан" гәзитен килтерҙе: "Бына ошонда яҙылған ул!" Атаһы менән әсәһе бер-береһенә ҡарашты. Ҡыҙыҡайҙы ҡосаҡлап ҡыуаныштылар.
— Йә, былай булғас, һинең үҙеңә "Аҡбуҙат" журналын мотлаҡ яҙҙырырбыҙ! — тине атаһы.
— Хәреф таныусы ҡыҙ бит ул, — тип һөйҙө арҡаһынан әсәһе.
Гөлдәр тағы ла сағыуыраҡ тауыш менән әйләнергә тотондо.
— Əйҙә, йырлайыҡ, илде нурлайыҡ!

«Башҡортостан» гәзитен 100 йәше менән ҡотлайбыҙ! Быуаттан-быуатҡа хаҡ һүҙеңде илт, гәзит олатай!
«Аҡбуҙат»
Рәссам Сулпан БИЛАЛОВА
06-2017
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор