Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
  2. ҠАЛДЫ КҮЛЕ

    image
    ҠАЛДЫ КҮЛЕ
  3. Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа

    image
    Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
  4. Дуҫтар

    image
    Дуҫтар
  5. Ҡояшты кем ҡабыҙа?

    image
    Ҡояшты кем ҡабыҙа?
  6. Дуҫ йәнлектәр

    image
    Дуҫ йәнлектәр
Баҫылды : 11-05-2017, 14:43 | Категория: Авторҙар, Яҙ

Просмотров 46
"Аҡбуҙат"та баҫылған:05-2017
Рубрика:Авторҙар, Яҙ
Исеме:Бәпембә
Автор:Минзәлә ХӘЛИЛОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам:Майя ҠӘЙҮМОВА

Бәпембә

Минзәлә ХӘЛИЛОВА
 
Бәпембә
 
Бәп-бәп – бәпембә,
Үҫә тауҙың битендә.
Ҡояш менән игеҙәк,
Һары ғына түңәрәк.
Йомшаҡ һары битенән
Үбеп алды ел генә.
Бал ҡорто ла шаяртты,
Һары сәсенән тартты.
Бәпембәләй бәпкәләр
Йүгерешеп килделәр.
Һыйландылар. Эх, тәмле,
Тирә-яҡтар бик йәмле!
Бәпембәләр йылмая,
Бәпкәләр шат, ҡыуана.
Бәпкәләр үҫеп етер,
Бәпембә осоп китер.
 
 
05-2017
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар