» » Маҡтансыҡ ҡарға

Баҫылды : 5-04-2017, 16:06 |
Рубрика: ИҒЛАНДАР / Авторҙар / Әкиәттәр
Просмотров: 244
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 04-2017
Рубрика: ИҒЛАНДАР / Авторҙар / Әкиәттәр
Исеме: Маҡтансыҡ ҡарға
Автор: Гөлнур ЯҠУПОВА
Район:
Ауыл:
Рәссам: Май ҠӘЙҮМОВА

ИҒЛАНДАР / Авторҙар / Әкиәттәр

Маҡтансыҡ ҡарға

 

Маҡтансыҡ ҡарға

 

Гөлнур ЯҠУПОВА
Маҡтансыҡ ҡарға

Борон-борон заманда, ҡарға командир, һайыҫҡан һалдат булғанда, йәшәгән, ти, бер ҡарға. Һайыҫҡандарға командир, имеш, ти. Башҡа ҡарғаларҙан айырылып торһон өсөн, тегенсе терпе уға ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтәге һиммәтле бүрек тегеп биргән, ти. Һалдаттарын теҙгәндә, команда биргәндә, ҡарға гел шул бүркен кейә икән, ти.
Барлыҡ ҡарғалар шул бүреккә көнләшә, имеш. Исмаһам, бер кейеп ҡарағылары килә, әммә командир ҡарға бүркен башынан һалмай, ти. Шулай ҙа, йәйге селләләрҙә ул затлы баш кейемен сисеп үлән араһына һалып тороп, бер нисә тапҡыр юғалтҡаны булған, әммә тоғро һалдаттары — һайыҫҡандар шыҡырыҡлап йөрөп шунда уҡ табып алалар икән.
Көнсөл ҡарғалар бер заман һайыҫҡандарҙы ҡоторта башлаған: имеш, урманда ризыҡ табыуы ауырлашты, ауылға, аҙбар-ҡура тирәһенә осорға рөхсәт ителмәй, сөнки командир ҡарға бик аяуһыҙ ҡаты тотҡан.
Һайыҫҡандар шыҡырыҡ-шыҡырыҡ килеп был ҡотҡоно таратҡан, ә көнсөл ҡарғалар, бер уңайлы мәлде тура килтереп, командирҙың бүркен урлап, ҡуйы үлән араһына йәшергән, ти.
Ҡарт ҡарғаны, бүркен юғалтҡас, командирлыҡтан төшөргәндәр. Ҡарғалар менән һайыҫҡандар үҙ-ара ғауғалашып, ахырҙа, айырым-айырым көн күрә башлаған, ти.
Ә теге бүреккә бер сос үләндең күҙе төшкән дә, башына кейеп тә ҡуйған, имеш. Уға оҡшатып, күрше үләндәр ҙә баяғы тегенсе терпенән бүрек тектереп алған, ти, йәнәһе — моданан ҡалышмайҙар.
Был хаҡта ишетеп ҡалған ҡарт ҡарға үҙенең бүркен юллап барһа, күҙе ҡамашҡан:
бығаса ҡуйы йәшел келәм булып ҡына күренгән үләндәр бөтәһе лә ҡыҙғылт бүрек кейеп ултыралар, ти.
— Ҡарғабаш, ҡар-ҡар, ҡарғабаш! — тип ҡарҡылдаған да аптырап ҡарт ҡарға, ары осоп киткән, ти.
Ә үләндәр бер-береһенә ҡарап көлөшә икән:
— Һин — ҡарғабаш!
— Ә һин үҙең?
— Мин дә ҡарғабаш!
Ысын-ысын, әкиәт түгел, командир ҡарғаның бүркен кейгән үләндәрҙең исеме "ҡарғабаш” булып киткән, ти, шул замандан бирле.

Һүҙлек:
Ҡарғабаш (туҡранбаш) сәскәһе - цветы клевера (рус.).


Рәссам Майя ҠӘЙҮМОВА

04-2017
 
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

Экспертиза выполненного проекта, как принято считать, упорядочивает пресс-клиппинг.

БЕҘҘЕҢ АРХИВ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Партисипативное планирование без оглядки на авторитеты изменяет культурный бренд.

Иван Дионтьев, редактор