Таң » Журнал

Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Һыу аҫты батшалығында

    image
    Һыу аҫты батшалығында
  2. Сысҡанбай менән Ҡәләмбай

    image
    Сысҡанбай менән Ҡәләмбай
  3. Кем матур йырлай?

    image
    Кем матур йырлай?
  4. Тейен балаһының сәйәхәте

    image
    Тейен балаһының сәйәхәте
  5. Һыу аҫты батшылығында

    image
    Һыу аҫты батшылығында
  6. Энә ҡарағы

    image
    Энә ҡарағы
Баҫылды : 4-04-2017, 13:46 | Категория: Авторҙар, Йыл миҙгелдәре

Просмотров 102
"Аҡбуҙат"та баҫылған:04-2017
Рубрика:Авторҙар, Йыл миҙгелдәре
Исеме:Таң
Автор:Хисмәт Юлдашев
Район:
Ауыл:
Рәссам:Салауат ҒИЛӘЗЕТДИНОВ

Таң

 

Хисмәт Юлдашев
Таң
 
Таң ул — көндөң ҡыйыры,
Көндөң тыуып ҡуйыры.
Төндө көндән айырып,
Офоҡ ҡуя ҡуйырып.
Күкте ҡыйып, һуңғы йондоҙ
Атылды әллә ҡасан.
Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡояш сыға,
Тәҙрәләрем шар асһам.
Шундай һау икән һауа,
Күктә Ҡояшбайы бар.
Хатта күренә болоттар —
Ямғыр ҡойор яйы бар.
Шундай күңелле дала —
Күңеле иркә бала.
Ямғыр елдәрен һиҙенеп,
Баҫыулыҡтар сайҡала.
Шундай күңелле бала —
Күңелле булғас дала.
Ялан тәпәй йүгереп сығыр
Боҙлауыҡ яуғанда ла.
 
04-2017
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар