Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
  2. ҠАЛДЫ КҮЛЕ

    image
    ҠАЛДЫ КҮЛЕ
  3. Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа

    image
    Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
  4. Дуҫтар

    image
    Дуҫтар
  5. Ҡояшты кем ҡабыҙа?

    image
    Ҡояшты кем ҡабыҙа?
  6. Дуҫ йәнлектәр

    image
    Дуҫ йәнлектәр
Баҫылды : 16-04-2017, 06:56 | Категория: Әкиәттәр, Бәпембә, Минең ғаиләм, Йорт хайуандары

Просмотров 239
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2017
Рубрика:Әкиәттәр, Бәпембә, Минең ғаиләм, Йорт хайуандары
Исеме:Тәмле төш
Автор:Виолетта ВЛАСОВА
Район:Салауат
Ауыл:Арҡауыл
Рәссам:

Тәмле төш

 

Тәмле төш
 Йәшәгән, ти, Мыяубикә исемле бесәй. Яратҡан хужабикәһе мәктәпкә китһә, тәҙрә аша ҡарап, уны көтөп тик ултыра, ти. «Мәктәптә нимә эшләйҙәр икән?» — тип уйлап, йоҡоға сума икән.
Бына ул тышҡа йүгереп сығып, дуҫы Аҡбайҙан һорай:
— Дуҫҡайым, мәктәптә нимә эшләйҙәр ул?
— Һин уны күршеләрҙең оло бесәйенән һора!
Мыяубикә күршеләргә йүгереп инһә, урам бесәйҙәре матур кейенешеп, әллә ҡайҙа китеп баралар, ти. Мыяубикәнең күҙе шарҙай булған. Ул тегеләрҙең артынан йүгереп:
— Мин дә һеҙҙең менән барам әле! — тип ҡысҡырған.
— Бәләкәсһең, ултыр өйҙә! — тигәндәр Мыяубикәгә.
Бесәй арттарынан күҙәтергә була. Баҡтиһәң, улар һүрәт төшөрөү дәресенә йөрөйҙәр икән. Иң матур тауышлылары йырларға ла өйрәнә, ти. 8 Март байрамына әҙерләнәләр икән былар...
— Һин бында нимә эшләп йөрөйһөң?— тигән тауышҡа Мыяубикә уянып киткән. Шунан өҫтәлдә ятҡан буяуҙарға тәпәйҙәрен тығып, хужабикәһенең рәсем төшөрөү дәфтәренә ҡыуанып сәскә төшөрә башлаған. Хужабикәһе ҡайтҡас, рәсемде күреп, бик шатланған һәм икенсе көндө бесәйен мәктәпкә алып барған. Шулай итеп, Мыяубикә хыялын тормошҡа ашырған — хужабикәһенең мәктәптә нимә эшләгәнен күреп ҡайтҡан!
 
Виолетта ВЛАСОВА.
Салауат районы Арҡауыл ауылы.
(голосов:0)

Оҡшаш материал
Комментарийҙар