Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
  2. ҠАЛДЫ КҮЛЕ

    image
    ҠАЛДЫ КҮЛЕ
  3. Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа

    image
    Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
  4. Дуҫтар

    image
    Дуҫтар
  5. Ҡояшты кем ҡабыҙа?

    image
    Ҡояшты кем ҡабыҙа?
  6. Дуҫ йәнлектәр

    image
    Дуҫ йәнлектәр
Баҫылды : 16-04-2017, 06:46 | Категория: Яңылыҡтар, Ҡотлауҙар

Просмотров 144
"Аҡбуҙат"та баҫылған:03-2017
Рубрика:Яңылыҡтар, Ҡотлауҙар
Исеме:Мөғжизәле «Тамыр» илендә
Автор:Миңлегөл ТАЙСИНА әҙерләне.
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Мөғжизәле «Тамыр» илендә

 

«Тамыр» балалар студияһын 25 йәшлек байрамы менән тәбрикләйбеҙ! Тамырҙары ныҡлы, емештәре мул булһын!
 

Мөғжизәле «Тамыр» илендә

 
Күңелдәрҙе дәртләндереп,
Саҡыра Тамыр иле.
Йылы, нурлы Сәңгелдәктән
Асыла сабый теле.
 
Шатлыҡ йырҙары тарала
Алыҫ-алыҫ яҡтарға.
Әкиәт китабы кеүек,
Серле бала саҡтарға.
 
Мөғжизәле «Тамыр» илендә
 
 
ӘЮЯ ҡаласығында
Йәшәй хәрефтәр, өндәр.
Ә Сулпылар утрауында
Сылтырлап бейей көндәр.
 
Борсаҡ һымаҡ һикерешә
Унда Зирәк балалар,
Тәмлекәскәй Бауырһыҡтан
Ауыҙ итеп алалар.
 
Семәрле генә Иләүгә
Тау-тау хәбәр тултырып,
Һөнәр өйрәнә малайҙар
Шәп арбаға ултырып.
 
Фәнүник, Һуҡыр Шүрәле
Биг(е)рәк Ғәләмәт донъя!..
Тылсымлы Тамыр иленә
Барлыҡ мөғжизә һыя!
 
Мөғжизәле «Тамыр» илендә
(голосов:1)

Оҡшаш материал
“Аҡбуҙат” журналының 3-сө һанына КҮҘӘТЕҮ

“Аҡбуҙат” журналының 3-сө һанына КҮҘӘТЕҮ

Хәйерле көн, "Аҡбуҙат"тың тоғро дуҫтары!

"МӨҒЖИЗӘЛЕ КИТАП ДОНЪЯҺЫНА СӘЙӘХӘТ"

 25 ҒИНУАРҘА КИТАПХАНАЛА КЕСЕ ЙӘШТӘГЕ БАЛАР МЕНӘН "...
Хәрефтәр һәм өндәр/Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Хәрефтәр һәм өндәр/Тамара ИСКӘНДӘРИӘ

Халыҡ-ара туған тел көнөнә...
Комментарийҙар