» » » ФОТОБӘЙГЕЛӘ ЕҢЕҮСЕЛӘР

Баҫылды : 9-02-2017, 09:05 |
Рубрика: Конкурстар / Яңылыҡтар
Просмотров: 293
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 02-2017
Рубрика: Конкурстар / Яңылыҡтар
Исеме: ФОТОБӘЙГЕЛӘ ЕҢЕҮСЕЛӘР
Автор:
Район:
Ауыл:
Рәссам:

Конкурстар / Яңылыҡтар

ФОТОБӘЙГЕЛӘ ЕҢЕҮСЕЛӘР

Журналыбыҙ былтыр, үҙенең 25 йәшенә арнап, фотоһүрәттәр конкурсы иғлан иткәйне. Дуҫтарыбыҙҙан төрлө әкиәт күренештәрен, балалар тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе һүрәтләгән, шул уҡ ваҡытта ижади фекер ярылып ятҡан бик күп фотоһүрәттәр алдыҡ. Ҡатнашыусыларға бик ҙур рәхмәт! Хәҙер инде бәйгене йомғаҡлап, еңеүселәр менән танышайыҡ:
I урын: Ишембай районы Урман Бишҡаҙаҡ ауылынан Йософ менән Айзель ӘҘЕЛБАЕВТАР («Шалҡан» әкиәте өсөн)
фотоаппарат менән бүләкләнә;

II урын: Бөрйән районы Исламбай ауылынан өс малай: Рәмис, Фәдис һәм Ринат ҒӘЛИУЛЛИНДАР («Йомро икмәк» әкиәте өсөн) һәм Мәскәү ҡалаһынан Суфия БОРОДАВКО («Тәгәрәй китте йомғағым» әкиәте өсөн);
III урын: Өфө районы Лебяжий ҡасабаһынан Арыҫлан ИШМОРАТОВ («Мин «Көнбағыш батыр!» сюжеты өсөн) һәм Ишембай ҡалаһынан Ғаяз ӘЛМӨХӘМӘТОВ («Кеҫәртке дуҫ» сюжеты өсөн ).
 
Шулай уҡ Әлшәй районы Аксен ауылынан Айнур МӨФТӘХОВ, Родион ШӘРӘФУЛЛИН, Эмиль СКАЧКОВ, Рауил СОЛТАНГӘРӘЕВ; Өфө районы Шамонин ауылынан Йәдкәр ҠУНАФИН; Ишембай районы Ҡолғона ауылынан Аиҙә менән Илмир ХУЖАХМӘТОВТАР; Ейәнсура районы Үрген ауылынан Урал АҠСУРИН; Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Камилә ОМОРҘАҠОВА; Өфө ҡалаһынан Әҙилә ӘЙҘӘТУЛОВА; Сибай ҡалаһынан Әҙилә ХОҘАЙБИРҘИНА; Шишмә районы Уҙытамаҡ ауылынан Амалия һәм Азалия ЗАҺИРОВАЛАР; Белорет районы Инйәр ҡасабаһынан Данил ЙОМАҒОЛОВ кеүек әүҙемдәрҙе журналыбыҙҙың иҫтәлекле бүләктәре көтә.
 

 

Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

УҠЫТЫУСЫЛАРҒА/Учителям

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Волшебный сундучок/Тылсымлы һандыҡ

Наши авторы/БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.