Логин: Пароль: Регистрация |

  1. Трансформерҙар

    image
    Трансформерҙар
  2. ҠАЛДЫ КҮЛЕ

    image
    ҠАЛДЫ КҮЛЕ
  3. Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа

    image
    Эт - эткә, эт - ҡойроҡҡа
  4. Дуҫтар

    image
    Дуҫтар
  5. Ҡояшты кем ҡабыҙа?

    image
    Ҡояшты кем ҡабыҙа?
  6. Дуҫ йәнлектәр

    image
    Дуҫ йәнлектәр
Баҫылды : 7-02-2017, 09:02 | Категория: Авторҙар, Тылсымлы һандыҡ, Бишек йырҙары, Йырҙар

Просмотров 104
"Аҡбуҙат"та баҫылған:02-2017
Рубрика:Авторҙар, Тылсымлы һандыҡ, Бишек йырҙары, Йырҙар
Исеме:Сәңгелдәк йыры
Автор:Мәүлит Ямалетдин
Район:
Ауыл:
Рәссам:Ирина Әхмәҙуллина

Сәңгелдәк йыры

Мәүлит Ямалетдин

Сәңгелдәк йыры

 

Мауыҡтырғыс утҡа мансып

Серле төн йөҙөн,
Тәҙ(е)рәнән ҡарай күктең
Ярты көмбәҙе.
Күҙҙәреңдә балҡып яна
Кескәй бер йондоҙ.
Йоҡла, улым, ихлас уйнап,
Арының көндөҙ.
Йом күҙеңде, ҡалһын йондоҙ
Бикләнеп шунда.
Әсәһе — Ай көтһөн уны
Ҡыйыҡ башында.
Ал таң атҡас, хушлашыр саҡ
Етер уға ла.
Ҡайтып һөйләр әсәһенә
Һинең турала.
Мең йыл үткәс, ошо йондоҙ
Хәтерләр һине;
Күҙҙәреңдә таңға тиклем
Йоҡлаған төндө.

Сәңгелдәк йыры

 

(голосов:0)

Оҡшаш материал
Уртаҡ Ватан/Йондоҙ ЗАРИПОВА

Уртаҡ Ватан/Йондоҙ ЗАРИПОВА

Тыуған ерем – Башҡортостан...
Комментарийҙар