» » » Маҡтансыҡ әтәс

Баҫылды : 22-02-2017, 15:29 |
Рубрика: Әкиәттәр / Хайуандар илендә
Просмотров: 291
"Аҡбуҙат"та баҫылған: 02-2017
Рубрика: Әкиәттәр / Хайуандар илендә
Исеме: Маҡтансыҡ әтәс
Автор: Альбина МИҺРАНОВА
Район: Өфө ҡалаһы
Ауыл:
Рәссам: Майя Ҡәйүмова

Әкиәттәр / Хайуандар илендә

Маҡтансыҡ әтәс

Маҡтансыҡ әтәс

(Әкиәт)

 Борон-борон заманда түгел, хәҙерге көндә йәшәгән, ти, бер бик маҡтансыҡ әтәс. Һәр көн иртүк тора ла, тауыҡтар алдында, эй маҡтана икән был.
— Ки-ки-ри-күүүүк! Мин торҙом иртүүүк! Мин донъяла иң көслөһө, иң батыры! Мин бер ниҙән дә
ҡурҡмайым, хатта йәнлектәр минән ҡурҡа! Минең ҡойороғом йәйғор төҫлө матур! — тип ситән башында
көндәр буйы, сәғәттәр буйы ҡупырайып маҡтанып ултыра, ти, был Йәйғорҡойроҡ.
Тауыҡтарҙың был маҡтансыҡ әтәскә бер заман бик асыуы килә. Нисек тә булһа, уның маҡтаныуын баҫыр өсөн, хәйлә уйлай
башлайҙар. Шунан урмандан төлкөнө саҡырырға булалар. Һарыҡай исемле тауыҡ тиҙ генә кеҫәһенән телефонын сығара ла төлкөгә шылтырата.
— Ерәнҡойроҡ, сәләм! Һиңә йомош бар ине, килеп беҙҙең әтәс менән һөйләшә алмаҫһыңмы икән?! Маҡтанып теңкәбеҙгә тейеп бөттө, — тип хәлде аңлатып та бирә.
Хәйләкәр төлкөгә шул ғына кәрәк. Машинаһына ултырып, елдертеп килеп тә етә. Ә хәйлә былайыраҡ була: төлкө ике-өс тауыҡты урлаған була, ә ҡалған тауыҡтар ярҙам һорап әтәскә йүгерә:
— Хөрмәтле Йәйғорҡойроғобоҙ! Зинһар, ярҙам ит! Беҙҙе төлкө урларға килгән!
Әтәс төлкөнө күреү менән әҙерәк шөрләп ҡуя, тик ул тауыҡтар алдында: «Мин бер ниҙән дә ҡурҡмайым, хатта йәнлектәр минән ҡурҡа», — тип маҡтанып йөрөгәс, бар батырлығын йыйып көрәшкә сыға.
— Ки-ки-ри-күүүк! Кем минең тыныслығымды боҙоп йөрөй ул? Йә, төлкө, алыштанмы әллә тартыштанмы?
— тип төлкөнөң башына осоп менеп ултыра ла суҡый башлай. Ерәнҡойроҡ үткер тырнаҡтары менән әтәсте эләктереп маташа, тик хәйләкәрҙең аҙымын алдан белеп торған Йәйғорҡойроҡ бирешергә уйламай. Төлкө үҙенең еңелерен һиҙгәс, йорт һаҡсыһының тырнаҡтарынан ҡотолоу менән ҡасыу яғын ҡарай.
Был хәлгә тауыҡтар тәүҙә аптырап ҡала, һуңынан ғына ниндәй ҙур хата яһағандарын аңлай һәм Йәйғорҡойроҡтан ғәфү үтенә. Шунан бирле улар дуҫ һәм татыу ғүмер итә. Хәҙер инде уны «маҡтансыҡ» тип түгел, ә «Батыр әтәс» тип йөрөтәләр.
Альбина МИҺРАНОВА,
102-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Өфө ҡалаһы.
Теги
[related-news]

Похожие новости

    {related-news}
[/related-news]

АРХИВ ЖУРНАЛОВ

УВАЖАЕМЫЙ ПОСЕТИТЕЛЬ, МЫ РАДЫ, ЧТО ВЫ У НАС В ГОСТЯХ.
ВЫ МОЖЕТЕ ПРИСЛАТЬ СВОИ МАТЕРИАЛЫДЛЯ ПУБЛИКАЦИИ.

БҮЛӘККӘ – велосипед! “Аҡбуҙат”ҡа “Рәсәй почтаһы” аша ярты йылға яҙылыу 344 һум 16 тин, бер йылға – 688 һум 32 тин. Журналдың индексы: П2703.

Тылсымлы һандыҡ

БЕҘҘЕҢ АВТОРҘАР

Цитата

Балалар! Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр! Беҙҙе һеҙҙең менән йылдар аша һыналған ысын дуҫлыҡ ептәре бәйләй. «Аҡбуҙат» журналы республикабыҙҙағы һәр өйгә илһам ҡанаттарында осоп килә. Ғаилә журналы, тип яратып алдыра уны күптәр. «Аҡбуҙат» журналы һеҙгә тоғролоғон һаҡлар. Бергә булайыҡ!

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ-ЮЛДАШЕВА, баш мөхәррир.